Йәмғиәт
17 Октября 2022, 15:30

Оҙаҡламай осрашырбыҙ, яҡташтар!

Бөгөн өлөшләтә мобилизация сиктәрендә егеттәребеҙҙе оҙаттыҡ. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов яҡташтарыбыҙ менән хәрби әҙерлек үткән урында осрашасағы тураһында белдерҙе.

Оҙаҡламай осрашырбыҙ, яҡташтар!Оҙаҡламай осрашырбыҙ, яҡташтар!
Оҙаҡламай осрашырбыҙ, яҡташтар!

- Минең был өлкәлә тәжрибәм бар. 2008 йылда Осетияла барған хәрби хәрәкәт осорондағы мобилизация миңә лә ҡағылды, - тип уртаҡлашты Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан Азат Мырҙабаев. - Бөгөн дә ошондай уҡ сарала ҡатнашыуым - минең ватансылыҡ бурысым. Мобилизацияланған бөтә яҡташтарымдың ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, оҙатылғандарға посылка Йәштәр һарайында көн дә 09.00-18.00 сәғәттәрҙә ҡабул ителә.

 

Автор фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас