

Райондың уңышлы эшләп килгән шәхси эшҡыуарҙарының береһе Геннадий Лейтер етәкләгән хужалыҡ быйыл Ишембай районында уңыш йыйыу буйынса рекорд ҡуйған
– ҡайһы бер баҫыуҙарҙа гектарынан 66,7-70 центнер уңыш йыйыуға өлгәшкән. Хужалыҡ эшсәндәре яҡынса алты мең гектар ерҙе эшкәртә, малсылыҡ фермаһында меңдән ашыу баш һыйыр, йылҡы аҫырай.
- Бындай уңышҡа өлгәшеү ағымдағы йылда һауа торошоноң баҫыу эштәре өсөн уңайлы булыуына ғына бәйле түгел. Сәсеү ерҙәрен яҡшы ашлама менән эшкәртеүгә ныҡлы иғтибар бүленеүе шундай уңышҡа алып килде. Һуңғы осор республика хөкүмәтенән бүленгән төрлө субсидиялар ярҙамында хужалыҡтың матди-техник базаһын
яҡшыртып, яңы техника һатып алдыҡ. Беҙгә, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә, республика шулай ярҙам итеп тора икән, беҙ ҙә яуап итеп яҡшы уңыш алырға бурыслыбыҙ, - ти Геннадий Григорьевич.
Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре баҫыуҙарҙа көнбағыш ура, көҙгө баҫыу эштәре тамамланыу өҫтөндә, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы йыл ярымға етерлек запас менән әҙерләнгән. Ноябрь, декабрь, ғинуар айҙарында һыйырҙар быҙаулай башлаясаҡ.
Хужалыҡта яҡын-тирә ауылдарҙан яҡынса йөҙ кеше эшләй, етәкселек уларҙың һәр береһенең намыҫлы, эшһөйәр һәм уңған булыуын билдәләй. Йылдан-йыл хеҙмәткәрҙәр
иҫәбе арта бара.
- Петровск, Васильевка, Көҙән ирегеттәренә Себергә вахта ысулы менән эшкә сығып китәһе түгел, ауылда донъя көтәм тип тырышып эшләп йөрөгәндәрҙе хөрмәт итәбеҙ. Комбайнсы Сергей Вотинцев, Александр Лапшов, Илнур Рафиҡов, Александр Лебедев, Михаил Егоров – алдынғы хеҙмәткәрҙәр. Элегерәк йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу ауыр булһа, бөгөн үҙҙәре эш һорап мөрәжәғәт итә. Һәр кемде шөғөл менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Командам шәп, эшселәремдән уңдым. Был минең эш түгел, тип тормайҙар. Кәрәк икән инженер ҙа тракторға ултырып эшләргә әҙер, - ти Лейтер.
- Васильевкала урынлашҡан хужалыҡ филиалында 38 хеҙмәткәр эшләй. Һауынсы Мария Ғиззәтуллина, малсы Василий Иванов, механизатор Федот Васильев - үҙ эштәренең оҫталары. Эш хаҡы хеҙмәтеңә күрә лайыҡлы, ваҡытында түләнә, - ти хужалыҡтың Васильевка ауылында урынлашҡан филиалы идарасыһы Михаил Егоров. - Тик шуныһы ғына күңелде ҡыра: беҙ тырышып сәскән, эшкәрткән баҫыуҙарҙы яҡын-тирәләге ауылдарҙың, бигерәк тә Ғүмәр, Көҙән ауылдарының ҡарауһыҙ йөрөгән малдары тапап, әрәм итә. Был һорауҙы район кимәлендә күтәреп, хәл итергә кәрәктер.
...Геннадий Григорьевич 2000-се йылдарҙа Петровск ауылында колхоздың йөҙ-ике йөҙ гектар ерен эшкәртеп, үҫемлекселек менән шөғөлләнә башлай. Медицина институтын тамамлап, һөнәре буйынса табип, акушер-гинеколог булған Геннадий Лейтер ғаиләһендә беренсе булып ер эшенә тотона. Хәҙер иһә үҙенән тыш ҡатыны Елена Александровна, ҡустыһы Евгений Григорьевич та был йүнәлештә уңышлы эш алып баралар.
- Бәлки, минән насар табип сыҡҡан булыр ине, шуға ла үҙ булмышымды ауыл хужалығында тапҡаныма Аллаға рәхмәтлемен, - тип йылмая ул.
Шул уҡ йылдарҙа Геннадий Григорьевичҡа Көҙән ауылындағы “Шишмә” колхозын аяҡҡа баҫтырыу бурысы йөкмәтелә. Аҙаҡ Васильевка ауылындағы “Победа” хужалығына ла етәкселек итә башлай.
- Бер урында йоҡлап ултырырға ярамай, егерме йыл элек дәүләт тарафынан ауыл хужалығына ундай ҙур иғтибар бүленмәне. Хәҙер ниндәй генә ярҙам программалары, субсидиялар ҡаралмаған. Уларҙы ҡулланырға, эшләргә лә эшләргә генә кәрәк. Бухгалтер Людмила Цилицинаны ла маҡтап үтәһе килә: хужалыҡты һаҡлап ҡалыуҙа, үҫтереүҙә уның өлөшө ҙур.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә Геннадий Григорьевич Башҡортостан Республикаһы делегацияһы менән Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2022” агросәнәғәт күргәҙмәһендә
ҡатнашып ҡайтҡан.
- Иген өсөн силос соҡорҙарын төҙөү буйынса килешеү төҙөнөк. Алтай Республикаһы делегацияһы менән һөйләшеп, ноябрь айында уларҙан герефордтар (һыйырҙың бер төрө) һатып алырға килештек. Бындай күләмле сараларҙа тәжрибә менән уртаҡлашаһың, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплайһың. Әлеге күргәҙмәнән дә бик ҡәнәғәт ҡайттым, - ти Геннадий Григорьевич.
Эшҡыуар үҙе лә тоҡомло мал аҫырай. Аттарҙың симменталь төрөн Силәбе, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларынан, хатта Ҡаҙағстандан да килеп алалар.
Ауыл хужалығын уңышлы алып барыуҙан тыш Геннадий Григорьевич бишенсе тапҡыр Ишембай районы Советына депутат итеп һайланған. Ауылдаштарының, райондаштарының ныҡлы терәге булып тора ул.
- Йәштәргә, ауыл хужалығында тәүге аҙымдар эшләүселәргә мөрәжәғәт итеп “Алға, тик алға!” тип әйтәһе килә. Ер һәр ваҡыт тырышлыҡ өсөн рәхмәтле булыр, үҙ һөҙөмтәһен бирер. Мин, мәҫәлән, үҫеп сыҡҡан һәр башаҡҡа ҡыуанам, - ти ул.
Киләһе йыл эшҡыуар ике мең баш эре мал өсөн мал һимертеү фермаһын төҙөргә уйлай. Күптән түгел хужалыҡта яңы иген киптергес төҙөлгән. Ул сәғәтенә 40 тонна иген эшкәртә ала. Шулай уҡ ҡышын ҙур булмаған ҡатнаш аҙыҡ заводын төҙөү уйы ла бар. Быларҙың барыһы ла халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырасаҡ. Киләсәккә оло уй-маҡсаттар менән ҡараған хужалыҡ тағы ла юғарыраҡ уңышҡа өлгәшеренә ышанабыҙ.
Автор фотолары һәм Геннадий Лейтерҙың шәхси архивынан.