Йәмғиәт
15 Октябрь 2022, 05:00

Ауылда тыуһам да мин, ҡала ҡыҙы кеүекмен...

15 октябрь – Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө

Ауылда тыуһам да мин, ҡала ҡыҙы кеүекмен...Ауылда тыуһам да мин, ҡала ҡыҙы кеүекмен...
Ауылда тыуһам да мин, ҡала ҡыҙы кеүекмен...

Мәҡәләмде билдәле йырҙың һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп башлап, хөрмәтле ауылдаштарымды Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән тәбрикләйем һәм эшкә уңған, өлгөр, ауылдан бер ваҡытта ла ситкә китмәгән, ерегеп ошо ауылда йәшәүселәрҙе данлап үтергә теләйем.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы исемләп яҙа башлаһаң күпкә китә, шуға күрә уҡыған ваҡытта, һәр берегеҙ минең турала яҙған да инде, тип шатланып ҡабул итегеҙ. Ауылыбыҙ бәләкәй булғанға беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт физик эш менән мәшғүл булды. Күптәре яҙын-йәйен сөгөлдөр утап, көҙөн уңыш йыйып тапшырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итһә, кемдәрҙер фермала һыйыр һауҙы, быҙау ҡараны, келәттә эшләне, башланғыс мәктәп уҡытыусыһы ла, фельдшерыбыҙ ҙа булды.

Күпме яҙмыш, шунса тарих... Йәшлектәрен генә түгел, ғүмерҙәрен ауылға бәйләгән, хәҙер инде өлкәнәйеп барған апайҙар, еңгәләр, инәйҙәр әле лә дәртләнеп ауыл тормошон алып баралар: иртүк тороп һыйыр һауыу, мейес яғыу, балаларын мәктәпкә, һуңынан инде ҡалаға оҙатыу... Ә хәҙер бәхетле әсәй, хәстәрлекле өләсәй булып
уларҙы ҡаршы алыу...

Ауыл ҡатын-ҡыҙының күңеле хислерәк, дәртлерәк һәм, әлбиттә, киңерәк. Йәшерәк быуын ауылдаштары үткәргән мәҙәни сараларға ихлас йөрөй, өмәләрҙән дә ситтә ҡалмайҙар. Өмәләрҙе ойоштороусы, клубта һәр төрлө мәҙәни саралар үткәреүсе ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында ла әленән-әле яҙып торабыҙ. Ауыл ҡатын-ҡыҙы - ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, ауылдың ҡото, йәме!

 

Ауылда тыуһам да мин, ҡала ҡыҙы кеүекмен...
Ауылда тыуһам да мин, ҡала ҡыҙы кеүекмен...
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА. Аҙнай ауылы.
Читайте нас