

…Уҡытыусы булыу, сит телдәрҙе өйрәнеү теләге менән Ләйсән Салауат педагогия колледжына йүнәлә. Ҡулына диплом алғас мәктәптә, балалар баҡсаһында инглиз
теле уҡытыусыһы булып эшләй. Төрлө һөнәрҙәргә лә уҡып сыға. 2013 йылдан алып ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр һарайында инглиз теленән түңәрәк алып бара. Бынан бер нисә йыл элек өлгөр ҡыҙ һабындан гөлләмәләр эшләү менән шөғөлләнә башлай. Тәүҙә һабынды әүәләп һындар яһаһа, аҙаҡ уларҙан сәскәләр “үҫтереү”гә тотона.
- Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым. Төшөмдә лә үҙ ҡулдарым менән сәскәләр эшләйем икән тип күрҙем. Уянғас, был төштө тормошҡа ашырырға булдым. Башта
интернеттан видеояҙмалар ҡараным. Шулай уҡ интернет аша кәрәкле материалдар алдым да гөлләмәләр эшләп ҡарарға булдым. Тәүҙә эштәрем бөтөнләй килеп сыҡманы, хатта ултырып илап та алған саҡтарым булды. Төшөмә был эш юҡҡа ғына кермәгәндер тип, уны мотлаҡ тормошҡа ашырырға хәл иттем, ныҡыша торғас өйрәнеп киттем, - ти уңған ҡыҙ.
Ләйсәнгә ҡумтаға бер ҡарау ҙа етә, шунда уҡ фантазия барлыҡҡа килә, йәһәт тә генә гөлләмәләр әҙерләп тә ҡуя. Һабындарҙы иретеп, уға төрлө төҫтәр, хуш еҫтәр ҡушып матурлыҡ хасил була. Бер эшкә 15 минут та етһә, ҡайһы берҙәренә бер-ике көн кәрәк.
- Был матурлыҡты һатып алырға теләүселәр күп, уҡытыусылар байрамы, тәрбиәселәр көнө, 8 март, тыуған көнгә заказ биреүселәр бихисап, - ти Ләйсән. - Ҡәҙимге
сәскәләр бер нисә көндән һулыһа, һабындан эшләнгәне 5 йылға тиклем матурлығын һаҡлап торасаҡ. Етмәһә, был һабын менән аҙаҡ йыуынып та була. Бер йыл элек
һабындан гөлләмәләр яһау менән ныҡлы шөғөлләнеү маҡсатында офисҡа күстем.
Әлибаевтар ике бала үҫтерә, Ләйсәндең тормош иптәше Айҙар “Инман” предприятиеһында эшләй.
- Башта ирем хеҙмәтемә хөрмәт менән ҡарай ине, ә әле ҡайһы берҙә миңә, һин офиста йәшәйһең, тип асыуланып та ҡуя. Байрам алдынан заказдар күп була, шуға ла таң атыу менән ҡараңғы төшкәнсе мин ошо офистамын. Ойошмалар ҡул эштәремде күпләп һатып ала, 8 мартҡа ғына 50-нән ашыу гөлләмә эшләйем. Хаҡын артыҡ ҡуймайым, миңә фантазия ҡулланып эшләү мәле оҡшай. Сәскәләр эшләүҙән тыш, балалар баҡсаһында, мәктәптә инглиз теленән түңәрәктәр ҙә алып барам, репетиторлыҡ эше менән дә шөғөлләнәм. Теләгең булһа, бар нәмәгә өйрәнеп була, хәҙер технологиялар етерлек, интернет селтәрҙәрендә барыһы ла бар. Ижад итеүгә ынтылыш та мөһим. Килеп сыҡмаһа, бирешмәҫкә, тағы ла бер нисә тапҡыр башҡарып ҡарарға кәрәк. Балалар бәләкәй, тип тә мыжып ултырырға ла кәрәкмәй, уларҙы ҡалдырырға кеше табып була.
Миңә балаларҙы ҡарарға олатайөләсәйҙәре ярҙам итә, - ти ул.
Ләйсән “Просвет” ижад һәм үҫеш үҙәге автоном коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының сайтын алып бара. Сәскә бантиктар, ванна өсөн “бомбочка”лар, автомобилдәргә ароматизаторҙар ҙа эшләй. Шулай уҡ төрлө курстарға йөрөүен дауам итә, һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Ләйсән Әлибаеваның киләсәккә хыялы ҙур, ул балаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә уйлай. Үҙенең шөғөлө тураһында оҫта сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба, күңелендә булған илаһилыҡты хеҙмәтендә сағылдыра.
Автор фотоһы.