Йәмғиәт
11 Октябрь 2022, 04:00

Башҡортостан – илебеҙҙең ышаныслы терәге

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө

Башҡортостан – илебеҙҙең ышаныслы терәгеБашҡортостан – илебеҙҙең ышаныслы терәге
Башҡортостан – илебеҙҙең ышаныслы терәге

Хөрмәтле ишембайҙар!

Бынан өс тиҫтәнән ашыу йыл элек республикабыҙ тарихында яңы дәүер башланды. Ошо йылдар эсендә заманса Башҡортостан бөйөк Рәсәй составында яңырыу юлынан бара. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығының үҫеше, айырыуса мөһим булған социаль программаларҙың тормошҡа ашырылыуы Башҡортостандың бай иҡтисади һәм инновацион
потенциалының тормошҡа ашырыуы хаҡында һөйләй.

Ышаныслы алға барып, республика Рәсәй Федерацияһының таяныслы төбәге, милләт-ара һәм конфессия-ара тотороҡлоҡтоң сағыу миҫалы булып тора. Уның барлыҡ
ҡаҙаныштарында Ишембай районы хеҙмәткәрҙәренең дә тос өлөшө бар.

Башҡортостандың төп дәүләт байрамы алдынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙа һәм эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Гөлнора Йәмилева фотоһы

Автор:
Читайте нас