Йәмғиәт
10 Октябрь 2022, 10:30

Бергә булайыҡ - берҙәм булайыҡ

4 октябрҙә Ишембайҙан Пензаға хәрби-уҡыу әҙерлеген үтеүсе резервсы яҡташтарыбыҙға посылка тейәлгән тәүге “ГАЗель” машинаһының юлланыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, ябай халыҡ, етәкселәр, эшҡыуарҙар - барыһы ла берҙәмләшеп, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Бергә булайыҡ - берҙәм булайыҡБергә булайыҡ - берҙәм булайыҡ
Бергә булайыҡ - берҙәм булайыҡ

Шәхси эшҡыуар Геннадий Лейтер ҙа берҙәм эшкә тос өлөш индерҙе.

- Февраль айында Украинала махсус хәрби операция башланыу менән Донецк халыҡ республикаһы халҡына ярҙам итеп, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ әйберҙәр туплап ебәрҙек. Бер кем дә беҙгә ярҙам итеүҙе һорап бәйләнешкә сыҡманы. Күңел саҡырыуы буйынса күрһәткән ярҙам, башҡарылған эштәр – барыһы ла үҙебеҙҙең теләк буйынса, - тип уртаҡлашты Геннадий Григорьевич.

Республикала Доставалов исемендәге батальон тупланғас та, квадрокоптерҙар, рациялар һатып алып Өфөгә алып барып тапшыра ул.

- Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Евгений Едих һәр саҡ минең тәҡдимде хуплап, халыҡҡа ярҙам итеүгә ҡушыла. Әле лә посылка йыйыу өсөн яуаплы кешеләр менән бәйләнешкә инеп, кәрәкле иҫәпкә аҡса күсереп, Пензала хәрби-уҡыу әҙерлеген үтеүсе ир-егеттәргә йоҡлар өсөн тоҡтар һатып алынды, - ти шәхси эшҡыуар.

Ауылдаштары әйтеүенсә, Геннадий Григорьевич һәр ваҡыт уларҙың мөрәжәғәт-йомоштарын тыңларға, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Алдағы көндәрҙә үҙ хәйриә фондын булдырыу теләге лә бар уның. Сөнки берҙәм эшкә ҡушылырға теләүселәр байтаҡ.

Петровск ауыл биләмәһенән ундан ашыу ир-егет мобилизацияланған. Геннадий Григорьевич уларҙың атай-әсәйҙәре, туғандары менән күрешеп һөйләшеп, ошо көндәрҙә үҙе лә Пензаға барып, сәләмдәрен еткереп, посылкалар тапшырып ҡайтмаҡсы. Шәхси эшҡыуарҙың фермер хужалығынан да хәрби-уҡыу йыйынына алыныусылар бар. Геннадий Лейтер үҙ хеҙмәткәрҙәренә юлға йыйынырға ярҙам күрһәткән, телефондар алып биргән. Уларҙың ғаиләләре менән дә бәйләнеште өҙмәй ул.

- Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙарҙы хөрмәт итергә кәрәк. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәй, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итәсәк. Берҙәм булайыҡ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, посылка йыйыу пункты ҡаланың Йәштәр һарайында (Геология урамы, 16-сы йорт) урынлашҡан. Эш ваҡыты: 09.00-18.00 сәғәттәрҙә. Бында шулай уҡ гуманитар ярҙам өсөн кәңәш ителгән тауарҙар исемлеген дә әҙерләгәндәр. Төрлө һорауҙар буйынса 8 (34794) 2-23-62 телефоны буйынса шылтыратып белергә була.

 

Автор фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас