Йәмғиәт
9 Октября 2022, 12:00

«Ҡул эше миңә кинәнес килтерә», - ти оҫтабикә Алина Насырова

Был сәскәләр төҫ ташламай, оҙондары ла, ҡыҫҡараҡтары ла бар. Көндөҙ йорт-йыһаздары янында матур бер биҙәк булып ултырһа, төнөн яҡтылыҡ нуры һибә. Ҡайһы саҡта уларҙы тере сәскәләр менән бутарға ла мөмкин. Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Алина Насырова тап шундай күҙҙең яуын алған сәскәләрҙе изолондан эшләй.

«Ҡул эше миңә кинәнес килтерә», - ти оҫтабикә Алина Насырова«Ҡул эше миңә кинәнес килтерә», - ти оҫтабикә Алина Насырова
«Ҡул эше миңә кинәнес килтерә», - ти оҫтабикә Алина Насырова

Йәш ҡыҙ Стәрлетамаҡта 72-се һөнәрселек лицейында тегенсе һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын Росгосстрах компанияһында башлай. Бер аҙҙан уны Ҡанаҡай мәктәбенә ашнаҡсы итеп саҡыралар. Бөгөнгө көндә ул Әхмәр ауылы балалар баҡсаһының хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләй. Алина Әнүр ҡыҙының тормош иптәше Илфат Ғәлиәхмәт улы - мәктәптә автобус водителе. Насыровтарҙың ғаиләһендә өс бала үҫә. Өлкән улдары Ильяс, Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын тамамлап, әрмегә алынған. Ҡыҙҙары Дилара Стәрлетамаҡ лицей-интернатында 9-сы класта уҡый. Төпсөктәре Инсаф балалар баҡсаһына йөрөй.

- Дүрт йыл элек өсөнсө балам менән декрет ялында ултырғанда, интернет селтәрҙәрендә оҫталар үҙ ҡулдары менән эшләгән гөлләмәләрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарай торғайным. Башҡалар ундай матурлыҡты эшләй алғанды, мин дә булдыра алырмын әле тип, ҡорамалдар, материалдар һатып алдым. Барыһы ла мин уйлағанса шәп кенә килеп сыҡманы, башлаған эшемде ташлап ҡуйған саҡтар ҙа булды. Шулай ҙа шөғөлөмдө дауам иттем. Әкренләп гөлләмәләр килеп сыға башланы. Тиҙҙән эшемде күреп һораусылар ҙа күбәйеп китте. Һәм был шөғөл менән ныҡлап булышырға ҡарар иттем. Ҡалаға сыҡһам, иң беренсе төҙөлөш магазинына инәм. Яҡтыртҡыстар, сымдар, торбалар, гипстар унда ғына бар, - ти Алина.

Алина Әнүр ҡыҙы материалдарҙы, инструменттарҙы интернет аша йәки магазиндарҙан һатып ала. Тәүге эше – рауза сәскәһе. Ауылдаштарының интернет төркөмөндә ҡул эштәрен ҡуя, һә тигәнсә һатып та алалар. Стәрлетамаҡтан, Салауаттан килеп алыусылар ҙа бар. Ике эше Себер яҡтарына ла оҙатылған.

- Илһам килмәһә, ҡулға эш тә бармай. Нисегерәк сағыуыраҡ, матурыраҡ эшләргә икән, тип тәүҙә уйланам. Ике метрлыҡ лилиәләрҙе ҡороуға аҙна-ун көн тирәһе ваҡыт китә. Улар өйҙә ҙур урынды ала, шуға заказ бирер алдынан һатып алыусыларҙан ундай ҙур сәскә кәрәкме, тип һорашам. Яҡтыртҡыслы сәскәләрҙе әҙерләгәндә тәүҙә оло улым ярҙам итә ине. Әле ул әрмелә хеҙмәт иткәс, үҙем дә ныҡлы өйрәнеп алдым. Заказдар күп булһа, килем дә килә. Байрамдарға тип гөлләмәләр, ҡурсаҡтар алырға теләүселәр күп, ҡайһы саҡ төнөн дә эшләргә тура килә. Яратҡан эшеңдән кинәнес алыу – үҙе бәхет. Ошолай балаларың, туғандарың менән аралашып йәшәү ҙә бәхетле мәлдәр бүләк итә. Йәнә лә бәхет - ул һаулыҡ, тип уйлайым. Донъялар тыныс торһон. Ошо яҡты донъяларҙа йәшәүе - минең өсөн иң оло бәхет, - ти Алина Насырова.


Автор фотолары.

«Ҡул эше миңә кинәнес килтерә», - ти оҫтабикә Алина Насырова
«Ҡул эше миңә кинәнес килтерә», - ти оҫтабикә Алина Насырова
«Ҡул эше миңә кинәнес килтерә», - ти оҫтабикә Алина Насырова
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас