Йәмғиәт
9 Октябрь 2022, 08:00

Быйыл көнбағыш уңған

Ағымдағы йәй йылы килде, районыбыҙҙа сәселгән игендең барыһы ла йылына ҡарата бик яҡшы үҫкән, бында тупраҡтың тәбиғи уңдырышлы булыуы ла, үҙ ваҡытында агрономик талаптар еренә еткерелеп, ергә һәйбәт ашлама индерелеүе лә үҙенең ыңғай ролен уйнаған.

Быйыл көнбағыш уңғанБыйыл көнбағыш уңған
Быйыл көнбағыш уңған

Һауа торошоноң ҡоро тороуы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәрен ҡыуандыра – хәҙер булған уңышты теүәл генә йыйып алырға, орлоҡ запасын һаҡлауға һалырға, артҡанын һатыуға сығарырға кәрәк.

Әле баҫыуҙарҙа көнбағыш урыуҙың ҡыҙған мәле. Ҡанаҡай ауылының ырҙын табағында ла эштәр ҡайнай. Йөк машиналары бер-бер артлы көнбағыш бушата. Крәҫтиән-фермер хажалығы етәксеһе Евгений Едих әйтеүенсә, был эшкә улар бер нисә көн элек тотонғандар.

- Яҡынса бер мең гектар сәсеүлек майҙанында көнбағыш сәселде. Уңыш быйыл шөкөр, шәп, ун көн эсендә барыһын да йыйып бөтөрбөҙ, тип уйлайым. Баҫыуҙарҙа ете комбайн эшләй, көнөнә яҡынса 200 тонна көнбағыш йыйып алына. Уңыш ырҙын табағында елләтелеп, май эшләү заводына оҙатыла, - ти Евгений Викторович.

Баҫыуҙа тырышыусы егеттәрҙең дә кәйефе көр, үҙ еребеҙҙә эш урындары булыуы, уңайлы һәм күңелдәренә ятышлы һөнәрҙә эшләүҙәре менән ҡәнәғәт улар. Уңыштар артабан да юлдаш булһын, көнбағышты юғалтыуһыҙ йыйып алып ҡыуанырға яҙһын!

 

Автор фотоһы

Быйыл көнбағыш уңған
Быйыл көнбағыш уңған
Быйыл көнбағыш уңған
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас