Йәмғиәт
8 Октября 2022, 08:00

Яҡташтар ярҙам итергә әҙер

Районыбыҙҙа Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡына, шулай уҡ мобилизацияланған яҡташ ирегеттәргә ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр алып барыла.

Яҡташтар ярҙам итергә әҙерЯҡташтар ярҙам итергә әҙер
Яҡташтар ярҙам итергә әҙер

Ошо көндәрҙә Иҫке Һәйет ауылы халҡы өлөшләтә мобилизация барышында РФ Ҡораллы Көстәренә саҡырылған Ишембай районы ир-егеттәренә ойоҡбаштар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар һәм аҡсалата ярҙам йыйыу ойошторҙо. - Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға еңелдән түгел икәнлеген аңлайбыҙ. Артабан да шулай ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, - ти иҫке һәйеттәр.

- Беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауылдаштарыбыҙҙың һорауы буйынса һәр йорт буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Бәйләнгән йылы ойоҡбаштар биреүселәр байтаҡ булды. Һәр береһе лә берҙәм уй-маҡсат менән был изге эшкә ҡушылып, үҙ өлөшөн индерҙе. Уларҙың изгелеге үҙҙәренә икеләтә әйләнеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын, - тигән теләктә Иҫке Һәйет клубы мөдире Фәнилә Хәмитова.

Әйберҙәрҙе Ҡолғона ауылынан Урал Садыҡов ошо көндәрҙә Пенза ҡалаһына барып, хәрби-уҡыу сборында ҡатнашыусы яҡташ егеттәргә, ә йыйылған аҡсаны үткән аҙнала Салауат Ямалов шулай уҡ Пензаға юлланып Ҡолғона ауыл биләмәһенән резервсы 8 егеткә тапшырған. Әйткәндәй, ауыл биләмәһенән әлеге көндә Фидәил Ғөбәйҙуллин, Рамазан Ҡонаҡбаев, Айнур Мөхәмәтйәнов, Артур һәм Артем Токбулатовтар, Динар Кинйәбаев, Рәмис Ғәлиев, Тимур Халиҡов хәрби-уҡыу әҙерлеген үтә.

 

Фото: https://vk.com/public200644112

Яҡташтар ярҙам итергә әҙер
Яҡташтар ярҙам итергә әҙер
Яҡташтар ярҙам итергә әҙер
Яҡташтар ярҙам итергә әҙер
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас