

Улар улдары менән көн һайын бәйләнештә булыуы, хәл-әхүәлдәрен һөйләне. Ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға кемгә нимә алырға, ниндәй ярҙам кәрәклеге билдәләнде.
Шулай итеп, йыйылған аҡсаға алты ир-егеткә йылы итектәр, термостар, фонариктар, газ йылытҡыстары, эске йылы кейемдәр, ҡул сәғәттәре, күҙлектәр, дарыуҙар һәм күстәнәскә тәмлекәстәр алынды. Ата-әсәләр менән берлектә посылкалар тултырылып, Пенза ҡалаһына оҙатылды.
Ярҙам күрһәтергә теләүселәр булһа киләсәктә егеттәребеҙгә ябай телефондар, портатив зарядниктар, йоҡо тоҡтары кәрәк буласаҡ. Ярҙам итеүсе ауылдаштарыбыҙға егеттәр ҙур рәхмәттәрен белдерә.