Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2022, 14:00

Һунар эттәре һынау үтте

Шәмбе көн Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы янында һунар эттәре күргәҙмәһе үтте. Сарала Ишембай, Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Благовещен, Өфө, Ырымбур ҡала-райондарынан барлығы 15 эт ҡатнашты.

Һунар эттәре һынау үтте
Һунар эттәре һынау үтте

Эттәр күргәҙмәһе - тоҡомло мал хужаларын да, тамашасыларҙы ла йәлеп иткән матур һәм ҡомарлы сара. Дүрт аяҡлы тәрбиәләнеүселәренең оҫталығын күрһәтеү, башҡа эт тотоусылар менән аралашыу һәм уны аҫрау тураһында яңы белем алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Көсөк һатып алыу хаҡында етди уйланғандар бер урында төрлө тоҡомдар күрә ала, был уларға ниндәйен һайларға ярҙам итә. Ә кемдер тәрбиәле, йәнлек ҡыуа торған эттәре менән һоҡланырға йәки яҡындары өсөн янып-көйөргә килә. Һунар эттәре күргәҙмәһе йыл һайын ойошторола. Бынан тыш йылына ике тапҡыр һынауҙар үткәрелә. Сараның ойоштороусыһы Ғариф Ҡолбаев оҙаҡ йылдар егерь булып эшләй. Әле «Ишембай» дәүләт заказнигын һаҡлау буйынса инспектор вазифаһын алып бара.

- Күргәҙмәлә төрлө тоҡомло эттәр ҡатнаша. Был сара - матурлыҡ конкурсы түгел, ә тоҡомдоң үҫешен, камиллашыуын дәртләндереү. Шуға күрә күргәҙмәнең төп маҡсаты - тоҡомдо популярлаштырыу. Һөҙөмтәләр буйынса юғары билдә алған эттәрҙең хужалары ҡулдарына диплом-документ ала. Улар был тоҡомдо үрсетеп, көсөктәрен ҡиммәтерәккә һата ала. Бында килгәндәрҙең барыһына ла “эт ене” ҡағылған тип әйтергә була. Этҡол ауылы янында эттәр менән төрлө һынауҙар үтеү өсөн махсус участка булдырылған, - ти Ғариф ағай.

Ғариф Зариф улының әле ике сапҡынсы һәм ике лайка нәҫелле эте бар. Эттәр менән улы ла, ейәндәре лә мауыға. Зариф ағайҙың үҫмер сағынан эттәр уның ысын дуҫына әйләнә. Үҙ ғүмерендә бихисап маъмай аҫрай.

Төрлө ҡалаларҙан һәм төбәктәрҙән килгән дүрт аяҡлыларҙың хужалары үҙ-ара аралаша, белемдәрен киңәйтә, эш кимәлен баһалау һәм сағыштырыу мөмкинлегенә эйә була. Абруйлы күргәҙмәләрҙә титул яулаған хайуандар артабан үрсетеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр ала. Күргәҙмә мауыҡтырғас барҙы. Эттәр хужалары менән берлектә түңәрәк буйлап йөрөй. Уҙыш эттәре буйынса эксперт-кинолог Петр Хрипунов дүрт аяҡлыларҙың енесен, йәшен, тоҡомон, торошон тикшерә һәм баһа бирә.

- Мин үҙем Мәләүездәнмен. 1996 йылдан алып эксперт булып эшләйем. Тәүге күргәҙмәләр, тәүге һынауҙар ошо Ишембай менән бәйле. Район халҡы әүҙем, тоҡомло уҙыш эттәренең хужаларының барыһы менән дә таныш. Бер йыл буйына маъмай хужалары тоғро дуҫтарын күргәҙмәгә ентекле әҙерләне. Һунар итеү табыш, ит кенә түгел, ә уның әҙерлек мәле мауыҡтырғыс, был стимул, шатлыҡ та. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар үҙ-ара аралаша, ҡыуаныстары, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, - ти Петр Александрович. Ишембайҙан Коннов Николай “Эко-сити” ойошмаһында механик булып эшләй:

- Мин бында үҙемдең алты йәшлек урыҫ пега һунар эте менән килдем, ул ҡуяндар баҫтыра. Мөмкинселек сыҡҡан һайын уның менән һунарға сығам. Был хобби ғына түгел, йәшәү рәүешенә лә әйләнде. Әгәр һин көсөктө аҫрауға алғанһың икән, уны яратырға ла кәрәк. Бындай күргәҙмәләр кәрәкле тип уйлайым, - ти Николай Иванович.

Тоғро дуҫ ҡына түгел, ә һинең алыштырғыһыҙ ярҙамсың булһын өсөн эттәрҙе тәрбиәләүҙә ваҡытыңды ла, көсөңдө лә йәлләмәҫкә һәм, әлбиттә, түҙемле булырға кәрәк, ти хужалар. Сарала ҡатнашыусылар асыҡ һауала, гүзәл тәбиғәт ҡосағында ҡайнар самауыр сәйе һәм тәмле былау менән һыйланды.


Автор фотолары.

Һунар эттәре һынау үтте
Һунар эттәре һынау үтте
Һунар эттәре һынау үтте
Һунар эттәре һынау үтте
Һунар эттәре һынау үтте
Һунар эттәре һынау үтте
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: