

Ошо матур байрамда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!
Хеҙмәтегеҙ, оҫталығығыҙ, гәзиткә битараф булмауығыҙ, тәжрибәгеҙ һәм ҡиммәтле кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Кем булып эшләһәгеҙ ҙә мәҡәләләр яҙҙығыҙ, бүлмәләрҙе йыйыштырҙығыҙ, гәзиткә яҙылыу һәм реклама менән шөғөлләндегеҙ - бөтәгеҙҙе лә бер эш берләштерҙе. Гәзиттең һәр яңы һаны ҡаланың һәм райондың тормошо хаҡында бәйән итеү - тап ошо эш ине. Һеҙгә былар өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Һеҙҙең редакция.
Фото редакция архивынан