Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 11:00

Тыныс йоҡла, Артур...

Бөгөн Йәнырыҫ ауылында яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар.

Бөгөн Йәнырыҫ ауылында яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...Бөгөн Йәнырыҫ ауылында яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...
Бөгөн Йәнырыҫ ауылында яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...

Быға тиклем Артур Баймөхәмәтов 2003-2004 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан була.
11 июлдә ул, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу теләген белдереп, килешеү буйынса хеҙмәткә бара.

- Артур бәләкәй сағында ауырыны, шуға уға бер йәш тулғас, ата-әсәһе Үзбәкстандан был яҡҡа күсеп ҡайтты. Ҡустым күҙ алдымда үҫте, үҙ балам һымаҡ булды, - тип күҙ йәштәре аша һөйләй Фәнил Ғәбиҙуллин, Артурҙың әсәһенең бер туған ҡустыһы. - Ваҡытында уны, кәүҙә ауырлығы талаптарға тура килмәй, тип армияға алманылар. Ғәрләнде, ныҡ бошондо. Военкоматҡа үҙемә барып һөйләшергә тура килде. Алдылар, тик Чечняға эләкте. Артурҙың күңеле төшмәне, барыбер барам, хеҙмәт итеү - минең бурыс, тине... Быйыл үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итергә теләк белдергәс, бер көн, бер төн буйы һөйләштем. Кире уйламаны. Беҙ - хәрби хәрәкәттәр ветерандары алғы һыҙыҡта алышмаһаҡ, ул саҡта нимә була һуң, тине...

Яҡташыбыҙ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ғаиләһенә именлек теләйбеҙ.

 

Автор фотолары.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас