Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 22:17

Ололарҙы хөрмәтләп

Аҙнайҙа Ололар көнөн, рәсми булмаған исеме - изгелек һәм ихтирам көнөн билдәләнек бөгөн.

Ололарҙы хөрмәтләп
Ололарҙы хөрмәтләп

Матур йолаға әйләнгән был көндө байрам итеүгә күберәген инәйҙәр генә йөрөүгә өйрәнептә бөткәнбеҙ, шулай ҙа беҙҙең бабайҙарыбыҙ ҙа олоғая, улар ҙа иғтибар һәм ихтирамға лайыҡтар, тип бөгөн һаулыҡтары булған, үҙ аяҡтары менән йөрөгән дәрт-дарманлы бабайҙарыбыҙҙы ла ҡушып саҡырып, тәмле лә, йәмле лә сәй табыны ойошторҙоҡ.

Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте өҫтәлгә бер ни тиклем күстәнәс бүлһә, байрамға килеүсе берәүҙә буш килмәгән - өҫтәл һыйҙан һығылып торҙо!

Хакимиәт башлығы Илгизәр Плүр улының, старостабыҙ Ғәлинур Риф улының изге теләктәренән һуң Әхмәҙғәле ағайҙың ил-көндәребеҙгә именлек, еребеҙгә тыныслыҡ теләп уҡылған ҡөръән аяттары, доғалар күңелдәребеҙгә тыныслыҡ һәм ышаныс өҫтәне.

Киләһе йылдарҙа ла ошолай бер табын артында йыйылырға яҙһын, тигән теләктә таралышты инәй-бабайҙарыбыҙ.

Ололарҙы хөрмәтләп
Ололарҙы хөрмәтләп
Ололарҙы хөрмәтләп
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА. Аҙнай ауылы.
Читайте нас: