Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2022, 19:30

Хөрмәтлҽ дуҫтар!

Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Йөрәк йылыһы» тигән акция иғлан итте. Сараға бөтәһе лә ҡушыла ала.

Хөрмәтлҽ дуҫтар!
Хөрмәтлҽ дуҫтар!

Һыуыҡ көндәр башланды, шуға йылы кейемдәр мобилизация буйынса юлланған яугирҙарыбыҙға бик ныҡ кәрәк буласаҡ. Райондаштарыбыҙҙан әүҙемлек көтәбеҙ. Моғайын теләк белдереүселәр барҙыр. Тик ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәгәндәр күп. Акция октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Беҙ ир-егеттәребеҙгә ойоҡбаштар, термобелье ни тиклем кәрәклеген беләбеҙ. Шуға күрә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышайыҡ. Акцияла ҡатнашырға теләгән һәр кем кәрәк-яраҡтарҙы ҡалабыҙҙың, Совҽт урамы, 72 адресы буйынса урынлашҡан Ә.Вәлиди исҽмҽндәгҽ 2-сҽ Башҡорт гимназия-интҽрнаты бинаһына килтерә ала.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: