Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 09:00

Улар – урман һаҡсылары

Урман - Ер йөҙөндәге иң ҙур хазина тип әйтһәк, һис кенә лә хата булмаҫ. Һулаған һауабыҙ сығанағы ла, йылытыусыбыҙ ҙа, туҡландырыусыбыҙ ҙа, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә ул. Ләкин ҡайһы саҡ уның ҡәҙерен онотоп китәбеҙ. Рөхсәтһеҙ ағас йығабыҙ, емеш йыябыҙ тигән булып, ҡыуаҡтарҙы һындырабыҙ, ял итергә сыҡҡанда сүп-сар ҡалдырабыҙ, усаҡ яғабыҙ ҙа һүндермәй китәбеҙ… Шулай итеп, оло байлығыбыҙҙы әрәм-шәрәм итәбеҙ, бысратабыҙ. Ярай әле урмансылар бар. Улар барыһын да күҙәтеү аҫтына алмаһа, урмандар менән ни булыр ине - әйтеүе ауыр.

Улар – урман һаҡсыларыУлар – урман һаҡсылары
Улар – урман һаҡсылары

Урмансылар - тәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары. Уларҙың эшмәкәрлеге ике төп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Беренсеһе - урмандарҙы һаҡлау һәм хужаларса файҙаланыу, икенсеһе - уларҙың сифатын яҡшыртыу, яңыртыу.

Беҙҙең Иҫке Һәйет ауылы урмансылары ла ошо йүнәлештә яҡшы эш алып бара. Әлеге көндә хужалыҡта участка лесничийы Динар Вәлиев, мастер Хөрмәт Ямалов эшләй.

Көнө буйы урман буйында булған урмансылар, бөгөн, ямғыр яуып торғас, ҡағыҙ эштәре менән булыша ине. Участка лесничийы Динар Вәлиев беҙгә урмансыларҙың эше хаҡында һөйләп үтте.

– Беҙҙең төп бурыс - урманды һаҡлау. Халыҡҡа диләнкә бирелә икән, улар ағасты ҡырҡҡандан һуң уны таҙартырға бурыслы. Быны контролдә тотоу беҙгә йөкмәтелгән, ти лесничий.

Тәжрибәле урмансы Хөрмәт Ямалов элекке урман эше системаһының яҡшыраҡ булыуын да йәшермәй. Әммә ни хәл итмәк кәрәк: замана менән закондар ҙа, талаптар ҙа үҙгәрә шул. Нисек кенә булмаһын, рманды һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһын өсөн
кешеләргә һәр ваҡыт мәғлүмәт, аңлатмалар биреп баралар. Урман ҡағиҙәләрен үтәүселәр күп, ләкин уларға ҡаршы килеүселәр ҙә юҡ түгел, ундайҙарҙы эш боҙған ерендә тотоп, штрафҡа тарттыралар.

Бына шундай урман, тыуған ер тип көйгән егеттәр, ирҙәр иңенә йәшел ҡалҡаныбыҙ ышанып тапшырылған да инде. Әммә оноторға ярамай: урман – ул беҙҙең дөйөм байлығыбыҙ. Уны бергәләп һаҡларға, ҡурсаларға бурыслыбыҙ.

 

Фото: https://vk.com/public200644112

Улар – урман һаҡсылары
Улар – урман һаҡсылары
Автор:Иҫке Һәйет ауыл клубы
Читайте нас