

- Утыҙ йыл элек иптәшем Ринат менән өйләнешкәс ошо урамда беренселәрҙән булып дүрткә дүрт өй һалып сыҡтыҡ. Газ да, һыу ҙа, юл да, хатта электр ҙа юҡ ине. Иң тәүҙә йортҡа электр үткәрҙек. Бәләкәй генә усаҡта ашарға бешереп, самауырҙа сәй ҡайнатып тормош көтә башланыҡ, - ти Зөлфиә Дусалина.
2021 йылдың декабрендә ауыл хакимиәте Йәшел, Дуҫлыҡ, Зәки Вәлиди урамдарында йәшәүселәргә газ үткәреләсәге тураһында әйтә. Шулай ҙа ауылдаштар был хәбәргә ышанып етмәй, документ юлларға ҡабаланмай тора.
- Ағымдағы йылдың март айында урамыбыҙға ауыр техника килеп, соҡор ҡаҙып, торба һуҙа башланы. Шатлыҡтың сиге булманы. Күршеләр менән йортҡа газ үткәреү өсөн кәрәкле документтар юллауға тотондоҡ. “Газ-Сервис” ойошмаһы хеҙмәткәре, мәрхүм Венер ағай Юлмөхәмәтов кәңәштәрен әйтеп, газ котелы, плитаның ниндәйен алырға икәнен аңлатты. Бер булышҡанда өйҙәге боронғоса тимер торбаларҙы замансаға алмаштырҙыҡ. Шулай итеп, июнь айында беҙҙең йортта газ ҡабынды. Иң тәүҙә иптәшем, балалар, ейәнсәрҙәр менән газда ҡайнатып сәй эстек, - тип күңелгә һыймаҫлыҡ шатлыҡтары менән уртаҡлаша Зөлфиә ханым. Газ үткәреүҙе тамамлау (догазификация) программаһын уңышлы алып барғандары өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, ауылдаштарына бар яҡлап та ярҙамлашып торған Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсановҡа рәхмәттәрен еткерә ул. Бына инде 24 йыл ошо урамда йәшәүсе Тәнзилә Хафизова ла күршеһе һүҙҙәренә ҡушыла.
- Документ артынан оҙаҡ йөрөргә тура килмәне. “Газ-Сервис” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып, ярҙамлашып торҙо. Барыһы ла ыңғай тура килеп, сентябрь башында беҙҙең йортҡа ла газ үтте. Барлыҡ сығымдар яҡынса 110-120 мең самаһы тәшкил итте, - ти Тәнзилә ханым. Тормош иптәше Рәфҡәт менән улар урамда яңы йорт һалыу менән булалар.
Быға тиклем тиҫтәләгән йылдар Йәшел урамында йәшәүселәр йорт, мунса яғыу өсөн йылына 4-5 йөк машина утын тотонһа, бөгөн көндәр һыуытыу менән газ котелын тоҡандырып ҡына өйҙәрен йылытып та ебәрҙе.
Автор фотолары.