Ябыр алдынан тамырҙарҙың нисек күмелгәнен иғтибарға алығыҙ, насар икән, улар өҫкә сыға, яланғаслана. Был осраҡта еләк төптәренә “Мульча-Разрыхлитель Земля-Матушка”, “Торф Башкирский”, тиреҫ йә баҡса тупрағы өҫтәп һибергә кәрәк.
Түтәлдәрҙе ҡаплау өсөн төрлө материалдар ҡулланыла ала:
Япма ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаһын. Рәт һәм түтәл араларын да ҡапларға кәрәк. Ел осороп таратмаһын һәм ҡар тотолһон өсөн өҫтән сәләмәт ағас-ҡыуаҡтарҙың ҡоро ботаҡтарын һалып сығалар. Тик был материалдар әллә ни ҡулай түгел, сөнки баҫылалар, һыуланалар, иреткәндә уларҙың аҫтындағы еләктәр ҡыҙып, серей башларға мөмкин. Бесән менән һаламға сысҡан оялай, бысҡы вағы серегәндә тупраҡтағы азотты һура.
Ҡойолған ылыҫ иң яҡшы тәбиғи япма булып тора. Ҡарағай ылыҫы шыршыныҡына ҡарағанда яҡшыраҡ, яҙ көнө түтәлдән һепереп алыу еңел. Ҡарағайҙың ботаҡтары ла һәйбәт. Һыу һеңдермәй, баҫылмай, һауа үткәрә, йылы һаҡлай, тик уны табыуы анһат түгел.
Хәҙер еләк плантацияларын ҡышҡа күптәр бер квадрат метрға 60 грамм тығыҙлыҡлы туҡылмаған материал менән ҡаплай. Ул йылыны тота, һауа һәм яҡтылыҡ үткәрә, үҫемлектәр иркен тын ала һәм иреткәндә серемәй.
Түтәл ябыу ысулдары:
С. ПАВЛЕНКО
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-09-23/ba-sa-el-gen-tu-yu-an-nisek-a-lar-a-2963351
Фото: https://unsplash.com/