Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 09:00

Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!

Ауылдаштар туғандарын һәм дуҫтарын йыйып, оло байрам ойошторҙо үткән шәмбе. Тантаналы сара мәҙәниәт йорто янында мемориаль комплекс асыуҙан башланһа, артабан ул мәктәптең 150 йыллығын билдәләү менән дауам итте. 

Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!

Был көндә ауыл халҡы һуғыш заманының бөтә ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәргән, шуның менән бергә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға булышлыҡ иткән тыл хеҙмәтсәндәре алдында баш эйергә һәм Афғанстан, Төньяҡ Кавказ һуғыштарында ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштерергә йыйылды.

- Байғужа ауылында тыуып-үҫеп, ошонда йәшәйем һәм эшләйем. Ауылдаштар староста итеп һайлап ҡуйҙы, - тип һүҙ башланы Афғанстан хәрби хәрәкәтендә ҡатнашыусы Булат Баһауетдинов. – Мемориаль комплексты асыуға әҙерлек 2015 йылда уҡ башланғайны. Был хаҡта бөтә ауыл халҡы менән сходта ҡарар ҡабул ителде. Һуғыш осорондағы элекке карьерҙан таштар сығарып, уларҙы ошо изге урында беркетеп ҡуйҙыҡ. Ауыл халҡына, бигерәк тә ағинәйҙәргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Әйтергә кәрәк, был ойошманың инәйҙәре финанс яҡтан ҙур көс һалды.

Байрамда ситтән ҡайтыусы ауылдаштар, ҙур ҡунаҡтар һәм локаль һуғыш ветерандары ла күп ине.

- Байғужаларҙың шылтыратып, ошо сараға саҡырыуы – минең өсөн оло мәртәбә. Хәрби хәрәкәт ветерандары менән осрашып ихлас аралашыу – икеләтә шатлыҡлы бөгөн, - тип таныштырҙы үҙе менән хаҡлы ялдағы Сәғит Садыҡов. – Афған һуғышынан һуң тәүҙә – хәрби-инженер вузын, аҙаҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы академияһын тамамланым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ишембай Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының начальнигы вазифаһында эшләнем... Афғанстанда үткән хәрби хәрәкәттә махсуслаштырылған миналау батальонының командиры булып хеҙмәт иттем. Күберәк тауҙарҙа йөрөнөк. Ике йыл эсендә бер яугирым да һәләк булманы, шулай ҙа йәрәхәт алдылар, госпиталдәрҙә дауаландылар. Күрһәткән батырлыҡтарым өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены
менән өс тапҡыр наградланылар.

Артабан байрамдың икенсе өлөшө – Байғужа мәктәбенең 150 йыллыҡ юбилейы мәҙәниәт йорто залында Фәнил Кинйәғолов башҡарыуында Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» тигән мөнәжәте менән башланып китте. Сараның йөкмәткеһе «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы – байғужаларҙың ауылдашы Айнур Латыповтың, ағинәйҙәрҙең, ҡала һәм ауыл мәҙәниәт йорттары артистарының сығыштары менән биҙәлде.

- Ауылдың киләсәге балалар менән бәйле икәнлеген бөтәбеҙ ҙә яҡшы аңлайбыҙ. Байғужа йәштәре лә ошонда төпләнеп, ғаилә ҡорһа һәм балалар тапһа – был оло ҡыуаныс, - тип мөрәжәғәт итте мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев. – Хөрмәтле яҡташтар, шуға ла үҙ мәктәбегеҙгә терәк булығыҙ, уға ҡулдан килгәнсә ярҙам итегеҙ. Балаларығыҙҙы ошо мәктәптә ҡалдырып уҡытырға тырышығыҙ.

Пандемия башланған осорҙан нисә йыл әҙерләнеп, ниһайәт, бөгөн көтөп алған байрамда Байғужа мәктәбе хеҙмәткәрҙәре муниципаль район хакимиәтенең, мәғариф идаралығының Почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Күпме хистәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар урғылды мәртәбәле саранан.

Ауылдаштарҙың берҙәм көсө менән үткәрелгән был рухлы байрам ысын мәғәнәһендә халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Афарин, байғужалар!


Автор фотолары.

Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Тарихи Байғужала – ике ваҡиға!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас