Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 12:00

Стоматология кабинеты эшләй башланы

Үткән аҙнала Кинйәбулат ауылында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында «Үргә ос!» республика мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуленең стоматология кабинетын асыу тантанаһы уҙҙы.

Стоматология кабинеты эшләй башланыСтоматология кабинеты эшләй башланы
Стоматология кабинеты эшләй башланы

Стоматология бүлмәһендә берҙәм дизайн стилендә ремонт эшләнгән, ғәмәлдәге стандарттарға ярашлы кабинет заманса стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Мәктәптәрҙә «Сәләмәт йылмайыу» модуле стоматология хеҙмәтен нығытырға, уҡыусыларҙы профилактик тикшереүҙәр һәм планға ярашлы тикшереү менән солғап алырға мөмкинлек бирә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла тәү сиратта балаларҙың һаулығын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки илдең киләсәге сәләмәт быуынға бәйле. 

 

Фото: https://vk.com/mku_yo

Стоматология кабинеты эшләй башланы
Стоматология кабинеты эшләй башланы
Стоматология кабинеты эшләй башланы
Стоматология кабинеты эшләй башланы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас