Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2022, 14:00

Тормош ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс...

Яңыраҡ редакциябыҙға: «Атайым хаҡында ейәнейәнсәрҙәремә иҫтәлек ҡалдырырға ине...», - тип иҫке гәзит күсермәһен тотҡан мөләйем йөҙлө ағай килеп керҙе. Яҡташыбыҙ менән танышыу ҙур әңгәмәгә әйләнде, уның ҡайһы бер урында йылмайып, ҡайһыһында әсенеп һөйләгәндәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Тормош ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс...
Тормош ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс...

... Рәйес Мирсәйәф улы Ҡобағошов Иҫке Ишембайҙа (Һул ярҙа) 1937 йылдың 11 июлендә донъяға килгән. Әсәһе Миңлебикә Динислам ҡыҙы ошо уҡ биҫтәнән булһа, атаһы ул саҡта Ейәнсура районы биләмәһенә ҡараған Рысай ауылынан күсеп килгән.

Атайым тураһында ошо ғына иҫтәлек ҡалды, тип «Башкирская вышка» гәзитенең күсермәһен һуҙҙы ағай. Баҡһаң, Мирсәйәф Ҡобағошовтың мәктәп музейына бирелгән фотолары эҙһеҙ юғалған булған.

«Нефть промыслаһына Ейәнсура районы колхозынан комсомол обкомы командировкаһы буйынса 1933 йылда килдем. Тәүге осорҙа промысла тормошо һәм эше минең өсөн аңлайышһыҙ ине. Аҙаҡ буровойға эшкә ингәс, мин шунда уҡ үҙемде икенсе кеше итеп тойҙом.1934 йылдың май айына тиклем буровой эшсеһе, «палатчик» һәм «тормозчик» булып эшләнем. Быраулаусы булып китеүемә ике йыл була инде...», - тигән иҫтәлек ҡалдырған гәзит биттәрендә комсомол Мирсәйәф.

1936 йылдың мартында беренсе тапҡыр комсомолдарҙың төбәк конференцияһына барған кешеләрҙең береһе ул Ҡобағошов. Ул унда Комсомолдың Башҡортостан төбәк комитетиты пленумы ағзаһы булараҡ ҡатнашҡан. Сараға Ленин комсомолы бөтә Союз съезының делегаты булып һайлана.

«Мәскәүгә барыуыма бик шатмын. Сталинды һәм иптәш Косаревты күреүемә ныҡ ҡыуанам», - тигән һүҙҙәре уның ни тиклем илһөйәр булыуы тураһында һөйләй. Тик ошо съездан ҡайтҡан бер нисә кеше ҡулға алынып атыла. Был хәл Мирсәйәф ағайҙы ла һағайта, борсоуға һала. Фотоһүрәттәрҙе ҡатынына йәшереп тоторға һәм кешегә күрһәтмәҫкә ҡуша ул.

- Һуғыш башланып китте... Атайҙың фронтҡа киткәнен нисек иҫләмәҫкә була инде? Бит алмалармды тешләп-тешләп үпте... Иҫендә ҡалдырһын мине, тип әйткәнен һаман хәтерләйем. Шул китеүенән уны башҡа күрмәнек, - тип һағынып иҫкә ала атаһын Рәйес ағай. – Һуғыш башланғандан алып хәрби комиссариатҡа көн дә йөрөгән атайым. Уны алты ай үткәс кенә фронтҡа алғандар. Рәйес ағай һуғыш йылдары тураһында иҫкә алырға яратмай... Ә бына ҡустыһы Миңлеғариф (документтар буйынса Мөнир) һәм Миңзиә һеңлеһе тураһында йылы тойғо менән һөйләп үтте.

- 1942 йылдың февраль айында атайым фронтҡа киткәндә әсәйем йөклө булып ҡалған. Бар донъябыҙҙы шатлыҡҡа һалып ҡыҙ тыуҙы... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бала сағында уҡ фажиғәле рәүештә мәрхүмә булып ҡалды, - тип һыҙланып иҫкә ала яҡташыбыҙ – Әсәйемдең: «Барыбер кейәүгә сығып, ҡыҙ бала табам», - тигән һүҙҙәре хәтерҙә ныҡ уйылған... Ысынлап та, ул 1954 йылда кейәүгә сыҡты, ә 1955 йылда һеңлебеҙ Рәмилә тыуҙы.

Атайҙың ни бары Ленинград фронтында һуғышҡанын ғына беләбеҙ, тигән үкенесен еткерҙе Рәйес ағай.

... Комсомол, быраулаусы һәм стахановсы Мирсәйәф 1942 йылдың февраль айында һуғышҡа алынғандан һуң яу яланында эҙһеҙ юғала.

- Атайымдың бергә һуғышҡан иптәштәренән берәү килеп китте. Ул кеше Ҡанаҡай ауылынан ине. Әсәйемә: «Унда меңәрләгән-меңәрләгән кеше үлә... Шуларҙы бер соҡорға һалалар ҙа өҫтөнән танк менән тигеҙләйҙәр... Ҡышын шул мәйеттәрҙе өйөп дошман менән атышабыҙ...», - тип һөйәләгәйне, - тип иҫкә төшөрә Рәйес ағай. – Ни тиһең? Әсәйем ул саҡта – уҡымаған бер ябай ҡатын. Белмәнеме, ҡаушанымы – атайҙың ниндәй часта хеҙмәт иткәнен һорарға ла онотҡан. Шул кешенән мәғлүмәт алып, ваҡытында хәрби комиссариатҡа хәбәр иткән булһа, кем белә, бөгөн атайҙың ҡайҙа күмелгәне билдәле булыр ине...

Тол ҡатын Миңлебикә апай ике улына атайҙы юғалтыу буйынса пенсияны ни бары 1953 йылдан ғына ала башлай. Бәләкәй Рәйес тә үҫә, белемен камиллаштыра.

- 1954 йылда РУ-1 һөнәри белем биреү учреждениеһына (Салауат һөнәрҙәр училищеһына) документтарҙы тапшырҙым. Имтиханды рус теленән «биш»кә, ә математика предметынан «ике»гә бирҙем... Уҡырға алмаҫтар инде, тип ҡурҡа төштөм. Училище директорына: «Бирегеҙ документтарҙы, бик булмаһа, Ишембайға быраулаусылар курсына тапшырам. Атайым эҙҙәренән китәм...», - тигән булдым. Ул миңә ҡарап торҙо ла: «Математиканан һинән башҡа берәү ҙә «5» билдәһенә яҙманы әле... Ниндәй Ишембай ти ул?», - тип үҙҙәренә уҡырға алып ҡалды, - тип үҫмер саҡ иҫтәлеге менән ихлас уртаҡлашты ағайыбыҙ. – Унда ике йыл уҡығас, армияла ил сиген һаҡланым. Беҙҙең часть Аджар АССР-ында урынлашҡан ине. Ул саҡта Төркиә Сирияға һөжүм иткәйне һәм беҙ ошондай хәүефле хәлдәрҙә сиктәрҙе һаҡланыҡ.

Рәйес Ҡобағошов армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар  йәмғиәтендә энергетик булып эш башлай. Ул электр цехы начальнигы вазифаһына тиклем күтәрелә. Рәйес ағайҙың ракета-космик техникаһы яғыулығын етештереүҙә ҡатнашлығы ла үтә мөһим. Улар етештергән яғыулыҡ менән «Буран» корабле космос киңлектәрен гиҙеп ергә яҡынлаша. Ҡыҙғаныс, бындай еңеүҙәр тик хәтерҙә һағыш булып ҡына ҡала – алда СССР дәүләтенең селпәрәмә килеүе, үҙгәртеп ҡороуҙар, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ... Рәйес ағай Салауат комбинатында 30 йыл эшләгәндән һуң, һөнәрен Яңы Уренгойҙа дауам итә. Унан һуң тағы ла элекке эшенә урынлаша. Хаҡлы ялға сығып унан киткәс, Ишембай махсуслаштырған катализаторҙар химия заводына көсләп тигәндәй эшкә саҡыралар.

- Эшкә бер йылға ғына тип сыҡҡайным – япон ҡорамалын сафҡа индерергә кәрәк ине. Үҙем дә һиҙмәҫтән ете йыл эшләп ташлағанмын икән, - ти ул.

Ҡобағошов ағайҙың хәләл ефете – Зөбәржәт апай менән дә танышырға насип булды. Уның менән ҡатын-ҡыҙҙарса серләшеп тә алдыҡ.

- Үҙем сығышым менән Көҫәпҡолданмын. Салауат комбинатына йөрөп эшләнем, һөнәрем – аппаратсы, - тип ихлас һөйләне үҙе хаҡында апай. – Беҙҙе шул вахта автобусы
ҡауыштырҙы инде... Мин Көҫәпҡолдан сығам, Рәйес – Һул ярҙан. Бер ваҡыт юлда һөйләшеп киттек, шул көндән алып бергәбеҙ. Өйләнешеп тормош ҡороп, өс балаға ғүмер бирҙек. Ҡыҙғаныс, олобоҙ – мәрхүм. Роберт улыбыҙ Салауат комбинатында техник күҙәтеү бүлеге начальнигы булып эшләй. Күптән түгел Зөлфиә ҡыҙыбыҙ ғаиләһе менән Югорскийҙан Өфөгәкүсеп ҡайтты. Шөкөр, Рәйес менән ике ейәнсәргә, бер ейәнгә – бәхетле олатай-өләсәйбеҙ.

Зөбәржәт апай әҙерәк ауырыңҡырап торһа ла төҫ ташламаған, йәш сағындағы һымаҡ шулай уҡ сая, шаян. Көҫәпҡолда урынлашҡан йорттары эргәһендә баҡсалары бар, шунда емешеләк һәм йәшелсә үҫтереп ваҡыт уҙғара улар. «Мин баҡсала эшләргә яратам, ә Рәйес ашарға бешерә. Бабайҙан уңдым, Аллаға шөкөр. Ныҡ һәйбәт кеше ул» – тип яңынан-яңы ҡабатлай оло ҡатын.

Рәйес ағай Ҡобағошов яңыраҡ күркәм байрамын – 85 йәшлек юбилейын билдәләп үткән. Зөбәржәт апай менән уларға тыныс, имен тормош, иҫәнлек һәм күңел тыныслығы теләп ҡалабыҙ. Балалары, яҡындары ҡыуандырып торһон!


Фотолар ғаилә архивынан һәм авторҙыҡы.

Тормош ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс...
Тормош ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс...
Тормош ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс...
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в