

Юбилярыбыҙҙың тормош юлы еңел уҙмаған, бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Тормош иптәше менән улдар, ҡыҙҙар үҫтергәндәр.
Һауа инәй балаларының уңыштарына ҡыуанып, балалары уның менән ғорурланып йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә 90 йәшен тултырған инәйҙең ауылдаштары, туғандары, күршеләре алдында абруйы ҙур. Юбилей көнөндә уға сәләмәтлек, йән тыныслығы теләнек.