Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2022, 16:00

Шәхси ҡыҙыҡһыныу төҙөкләндереүгә килтерә

Быйылғы йылда Ишембай районының 13 ауыл биләмәһе һәм ҡаланың Смаҡай микрорайоны субсидиялар алыуға ғаризалар конкурсында еңеп сыҡты. Был сара урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса бойомға ашырыла – уның сиктәрендә тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә аҡсаны миллион һумға тиклем алып буласаҡ.

Шәхси ҡыҙыҡһыныу төҙөкләндереүгә килтерә
Шәхси ҡыҙыҡһыныу төҙөкләндереүгә килтерә

Проектҡа ярашлы, ауыл халҡы башҡарыласаҡ эштең төрөн үҙе билдәләй. Бында шулай уҡ актуаль проблемаларҙы күтәргән активистарҙың фекере лә мөһим. Мәҫәлән, юлды ремонтларға кәрәк ти. Был осраҡта проект хаҡында күршеләр һәм хакимиәт белгестәре менән һөйләшелә, уның яҡынса сметаһы билдәләнә. Иң мөһиме, объект муниципалитет милкендә булырға тейеш һәм уға бәйле планлаштырылған эште йыл ағымында ғәмәлгә индерергә кәрәк.

Республика субсидияһын алыу шарттарының береһе – эштәрҙе берлектә финанслау. Был өс төрҙә башҡарыла. Беренсеһе – ауыл халҡы йыйған аҡса (3 проценттан кәм булырға тейеш түгел), икенсеһе – муниципаль бюджет (5 проценттан 15 процентҡа тиклем), өсөнсөһө – бағыусылар ярҙамы. 

Бағыусылар айырым кешеләр йәки юридик шәхестәр, эшҡыуарҙар булыуы ихтимал. Проектты ғәмәлгә индереүҙә муниципалитет хакимиәте яуаплы. Был эштәрҙең барыһын да тораҡ пункт активистары күҙәтеп барырға бурыслы. Әйтергә кәрәк, Ишембай районы ауылдары урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында 2016 йылдан ҡатнашып килә. Ошо ваҡыт эсендә күп проблемалар хәл ителде. Был – һыу менән тәьмин итеү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы яңыртыу һәм башҡа күп төрлө эштәр.

...Иҫкесәк, Бәләкәй Мәҡсүт, Ғүмәр һәм Ҡыяуыҡ ауылдарында зыяраттарҙы кәртәләү башланды. Скворчиха (Үҙәк урам) һәм Үрге Этҡол ауылдарында (Үҙәк һәм 1 Май урамдары) һыу селтәрҙәрен ремонтлауға әҙерлек бара.

Шул уҡ ваҡытта Ҡолғона ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск ҡуйыласаҡ. Түбәнге Әрметтә янғын депоһы яңыртыла. Оло Байыҡта – Үҙәк һәм Татар урамдары, Маҡарҙа Баҙар урамдарының ремонты тамамланды.

Яңауылдың Үҙәк, Яңы, Ҡояшлы һәм Сәскәле урамдарын дөйөм алғанда, 2900 метрлыҡ юл ваҡ таш менән түшәлде.

Кузнецовск утары һәм Ҡарайған ауылы халҡының ҡарарына килгәндә, улар МТЗ-82 тәгәрмәсле трактор алырға тигән берҙәм фекергә килде. Техника тораҡ пунктҡа ҡайтартылды.

Шулай уҡ ҡала биләмәһенә ҡараған Смаҡай ауылы Зорге урамында урынлашҡан 14-се мәктәп территорияһын да төҙөкләндереүгә әҙерләйҙәр. Бында скверҙы кәртәләү, эскәмйәләр ҡуйыу, тротуарға ваҡ таш түшәү кеүек эштәр ҡаралған.

Автор:Ольга Валитова
Читайте нас в