

Һәләүек урман участкаһы хеҙмәткәрҙәре Рәмил Баһауетдинов, Рауил Ихсанов, Илшат Сабитов, Сәлим Арҫланов, Миҙхәт Вәлишин аҙна дауамында тырышып эшләп, иҫке бураны һүтеп алып, һыуын таҙартып, һыу ағыуға улаҡ һалып, яңы бура ултыртып, ҡыйығын матурлап ябып, эргә-тирәһен яңынан кәртәләне. Шулай уҡ ауыл халҡы урынлаштырған ял итеү беседкаһының өҫтәл, ултырғыс таҡталарын яңыртты. Эштәр Маҡар урман хужалығы етәкселеге Сәлим Хафизов башланғысы менән башҡарылды.
Тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.