Юғары уҡыу йортон тамамлауға инде 33 йыл үтһә лә, һабаҡташтар осрашыуын Минзиләбеҙ бер ҡасан да ҡалдырмай, элеккесә мөләйемлеге, алсаҡлығы, матур йырлауы менән күңелдәрҙе күтәрә.
Сәлимова Минзилә Моғаттар ҡыҙы 1967 йылдың 15 сентябрендә Ишембай районы матур тәбиғәтле Һарғай ауылында Моғаттар һәм Миңсәрә Сәлимовтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Әсәһе менән атаһы заманына күрә уҡымышлы кешеләр була. "Ике нәҫел яғынан да уҡытыусылар күп булған. сәйемдең һеңлеһе Нәжиә Ғәйфулла ҡыҙы Әхмәр урта мәктәбендә күп йылдар уҡытыусы булып эшләне. Уның ярҙамы күп булды, бик ныҡ рәхмәтлемен уға "- ти ул. "Баныу һәм Нәзимә апай башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәнеләр. Уҡытыусы һөнәрен һайлауымда уларҙың өлөшө ҙур. Ғөмүмән әйткәндә, Иҫәкәй, Маҡар мәктәптәрен тамамлап сыҡҡан уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яратҡан уҡыусылар булды" -тип хәтирәләргә бирелә беҙҙең Миңзиләбеҙ.
Ябай ауыл ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан, тик уҡытыусы булырға хыяллана беҙҙең һабаҡташыбыҙ. Был хыялына ирешеү өсөн, маҡсат ҡуйып, үҙен ҙур тормошҡа әҙерләй ул. Тырышып уҡый, ныҡышмал һәм актив була. Маҡар урта мәктәбен уңышлы тамамлап, имтихандарҙы еңел тапшырып 1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты студенты булып китә ул. Әле лә булһа лекцияларға, семинарҙарҙа йөрөү, имтихандар тапшырыу күҙ алдында тора. Минзиләбеҙ тырыш, алға ынтылыусан, әҙәпле булды. Институтта үткән бөтә сараларҙа ең һыҙғанып, дәртләнеп ҡатнашты. Студент йылдары күҙ асып йомған арала үтте лә китте. Был йылдар тик матур хәтирәләр менән генә күңелгә уйылып ҡалды.
Институтты тамамлап Күгәрсен районына ҡунаҡҡа барғанда, тормош иптәше Вәкил Сәмиғулла улы Булатов менән танышып, бергә ғаилә ҡороп ебәрәләр.
Хеҙмәт юлын Миңзиләбеҙ 1989 йылда хәҙерге Ишембай кадет мәктәбендә тәрбиәсе булып башлаһа, 2004 йылдан алып Ишембайҙағы Башҡорт гимназия - интернатында эшләүен дауам итә. . Уҡыусы балаларҙы үҙенең балалары кеүек тәрбиәләп, буй еткереп оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Үҙ эшен яратып, бөтә күңелен биреп эшләй. 30 йылдан ашыу балалар менән ҡулға ҡул тотоноп эшләү һөҙөмтәһеҙ үтмәгән. Тырыш хеҙмәте маҡтау грамоталары менән баһаланған. Һәләтле уҡыусылары күп бәйгеләрҙә актив ҡатнашалар. " Серле йомғаҡ " исемле фольклор төркөмө менән йыл да Әлшәй районында үткән " Башҡортостан ынйылары" тигән конкурста сығыш яһайҙар.
Булатовтарзың ғаиләһе аҡыллы, эшсән, итәғәтле ҡыҙ менән ул үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары, Юлиә институт тамамлап, яңы уҡыта башлауына ҡарамаҫтан, уҡытыусыларҙың республика конкурсында ҡатнашып еңеү яуланы. Хәҙерге көндә ул ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, Мирас исемле малай үҫтерәләр. Ә улдары- Илһам, уҡып сығып, Ишембайҙа "Витяз" да эшләп йөрөй.
Бөгөн Миңзилә Моғаттар ҡыҙы үҙен бик бәхетле тип һанай, сөнки яратҡан эше, ярҙамсыл коллегалары, уны хөрмәт итеүсе уҡыусылары бар. Ә уҡыусылары, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙ юлдарын табып, йәмғиәтебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫәләр.
" Мин тәрбиәсе булып эшләүемә бер ҙә үкенмәйем, сөнки тәрбиәсе, бер һүҙ менән әйткәндә, тормош ауырлыҡтарынан ҡурсалаусы, балаларҙы шул ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе, кәңәшсе ул. Хоҙай миңә ошондай юлды һайларға мөмкинселек биргән икән, мин тик рәхмәтлемен. Был һөнәрҙе күңелем менән яраттым, күңелемде биреп эшләйем, балаларымды һағынып эшкә барам" ти беҙҙең әхирәтебеҙ. Миңзиләбеҙҙең ғорурлығы ла, шатлығы ла ул балалары. Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлап ҡына ҡалмай, киләсәктә һәр бала шәхес булһын, тормошта үҙ урынын тапһын өсөн күп көс һала ул.Уңған, хәстәрлекле, дәртле, ярҙамсыл курсташыбыҙҙы күркәм байрамы - 55 йәше менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә иҫәнлектә бергә-бергә осрашып, балаларының игелегендә аҡ бәхеттәргә төрөнөп, шатланып-ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
Һиңә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-кыуаныстар, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
1984-1989 йылдарҙа СДПИ-ның филология факультетында уҡыған “а” һәм “б” төркөмдәренең элекке студенттары.