

- Туғаным, 15 сентябрҙә апайыма 90 йәш тула. Ҙур открытка һатып алыуын алдым да ул, тик бына һүҙҙәре генә русса, - тип яныма ултырҙы.
Тәүҙә ҡотлау-фәлән алып килдеме икән тип уйланым. Был хаҡта үҙенән һорай ҡуйҙым.
- Юҡ, ошо открытка эсенә ручка менән матур итеп башҡортса ҡотлау һүҙҙәре яҙып бирегеҙ, - тине ул. - Минең хәҙер күҙ ҙә күрмәй, ҡолаҡ та ишетмәй.
Ҡыҙыҡһынып китеп, уға нисә йәш булыуы тураһында һораным
Яңы танышым Тәнзилә апайға 80 йәш булып сыҡты. Кисә лә төшкө аш ваҡытында килгән булған икән... Тик уның редакцияға "сәфәре" беҙ балаларҙы мәктәптән алырға киткән мәлгә тура килгән.
Тексты яҙҙым, һыймағанын аҫҡа, рус телендәге ҡотлауҙан һуң ҡуйҙым. Инәйем 100 һум сығарған булды - йәнәһе лә эшем өсөн түләй.
- Инәй, юҡ, кәрәкмәй, мин ихлас күңелдән яҙып бирҙем... Әйҙәгеҙ, бергәләп доға уҡып алайыҡ, - тинем уға.
Инәйҙең ярҙам артынан беҙгә килеүе күңелгә ҡанат ҡуйҙы, дәрт өҫтәне. Беҙҙең, редакция хеҙмәткәрҙәренең, кәрәклеге әле бөтмәгән, тимәк...
Тәнзилә инәйҙең апаһын ҡотлар өсөн нисек итеп Салауатҡа китеп барыуын ҡат-ҡат күҙ алдыма килтереп, оҙаҡ йылмайып йөрөнөм бөгөн.