

Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас ҡына беленә, ти халыҡ мәҡәле. Шишмәләр тәбиғәткә йән өрөүсе булараҡ, борон-борондан бик ҡәҙерле булған. Уның һыуын эсеп сафланғандар, дауаланғандар.Шишмәләребеҙҙе һаҡлау, ҡурсалау, таҙалыҡта, тәртиптә тоторға кәрәк икәнлеген балаларға аңлатып киттек.
Беҙҙең янда сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән балаларҙың концертын ҡарап таралыштыҡ. Афарин, балалар!