Йәмғиәт
11 Сентябрь 2022, 07:00

Ҡанаҡайҙар ҡойоға һулыш бөрктө

Кисә шәмбе республика өмәһенә Ҡанаҡай ауылы ла ҡушылды.

Ҡанаҡайҙар Бәкән буйына сыҡтыҠанаҡайҙар Бәкән буйына сыҡты
Ҡанаҡайҙар Бәкән буйына сыҡты

- Бәкән йылғаһы буйындағы Таш ҡойоны таҙартыу, тирә яғын кәртәләп алыу, яңынан тергеҙеү буйынса матур һәм һауаплы эш башланып китте, - тип белдерә ойоштороусылар. - Ауылдаштарыбыҙ - Адис Ғәлиуллин, Салауат Миңлеғолов, Миңлеәхмәт Сәфәрғолов, Айрат Янбаев, Динар Муллағилдин, Ғаян Баймөхәмәтов, Азамат Халиҡов, Сәлимгәрәй Әминевтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Гөлсәсәк Шәрипова, Әлфирә Ғәлиуллина, Райхана Кинйәбаева, Рәйлә Гәҙелшина , Венера Ҡолмөхәмәтова, Гөләмзә Баймөхәмәтоваларға рәхмәтлебеҙ. Айырым рәхмәтебеҙҙе матди ярҙам күрһәтеүсе - Рамазан Рәсүл улы Кинйәбаевҡа белдерәбеҙ!

 

Райхана КИНЙӘБАЕВА фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас