Йәмғиәт
10 Сентябрь 2022, 08:00

Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..

Шағир Риф Әхмәҙиев бер шиғырында әйткәнсә: «Август – йәйҙең һуңғы айы... Ҡаймағы түгел, майы...»

Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..
Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..

Муллыҡты, уңышты данлаған август айының һуңғы көндәрендә социаль селтәрҙәге «Бәйләнештә» төркөмөндә «Уңышлы баҡсам» фотоконкурсына йомғаҡ яһалды. Унда 299 тауыш менән Алаҡай ауылынан Гөлсинә Ильясова еңеүсе булды!

Ошо көндәрҙә, оҙаҡҡа һуҙмайынса, Гөлсинә Зарип ҡыҙы менән яҡындан танышып, донъяһын, баҡсаһын күреп ҡайттыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, ауылдарына барып төшкәндә ул бәрәңге ҡаҙып йөрөй ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фотоһүрәттә һулҡылдап ултырған йәшелсә түтәлдәре буш ине.

- Оҙайлы ямғырҙар башланмаҫ борон алып бөтөрәйем, тип тырышып йөрөп ятыу... – тип ҡаршы алды апайыбыҙ.

Еңеүсебеҙ – Гөлсинә Ильясова Алаҡай ауылында тыуып үҫкән, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Әсәһе Гөлсирә менән атаһы Зарип Исмәғил, Гөлсара, Гөлсинә, Ғәлимә, Гөлнур һәм Дамира исемле балаларға ғүмер биргән.

- Ҡалала йәшәһәк тә йәйҙе, ялдарҙы ауылда үткәрәбеҙ. Әсәй менән атай йортоноң нигеҙен, усағын ҡоротмайбыҙ, уларҙың төҫө итеп һаҡлайбыҙ. Йәшелсәләрҙең орлоҡтарын һауыттарға февраль аҙағында уҡ ултырта башлайым. Ваҡытында ашлаһаң, уңышы ла мул була. Яртыһын баҙҙа һаҡлайбыҙ, ҡалған өлөшөнән төрлө турама консервалайым. Шөкөр, уңыш алмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Кәбеҫтә, кишер, һуған, һарымһаҡ, борос, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләрем йыл һайын уңып тора, - тип ихлас уртаҡлашты яҡташыбыҙ. – «Торатау» гәзите үткәргән конкурсҡа мине Скворчиха ауыл Советы хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко дәртләндерҙе. 31 августа – еңеүсе билдәле булған көндә тап минең тыуған көнөм ине. Бәйгелә еңеүем үҙемә бүләк булды.

Әйткәндәй, Гөлсинә Зарип ҡыҙы тәүге һөнәре буйынса штукатурсы, маляр. Ул йәш сағында төҙөлөштә эшләгән булған.

- Мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында урынлашҡан һөнәрселек училищеһында өс йыл уҡыным. Ул саҡта студенттарҙы практикаға илдең төрлө төбәктәренә ебәрә торғайнылар. Мин Мәскәүгә төҙөлөшкә эләктем, шунда эшкә ҡалдым. Рәсәйҙең баш ҡалаһында өс йыл эшләгәс, тыуған яғыма ҡайттым. Ни тиһәң дә, үҙ төйәгең һағындыра шул... - тип иҫкә алып үтте хужабикә. – Артабан «Салауат машиналар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә форма яһаусы булып эшкә урынлаштым. Кинйәкәй ауылы егете Раһипҡа кейәүгә сыҡҡас, бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы. Ирем һөнәре буйынса слесарь-монтажлаусы, командировкаларға йыш йөрөнө. Ҡыҙым менән улымды балалар баҡсаһына йөрөтөргә уңайлы булһын өсөн шунда тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эш башланым. Яңы һөнәремде тиҙ үҙләштерҙем. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, 46-сы балалар баҡсаһында эшләнем.

Раһип ағай менән Гөлсинә апай ҡыҙҙары Лианаға һәм улдары Илшатҡа лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтергән. Улар - бөгөнгө көндә икешәр ейән һәм ейәнсәр тәрбиәләшкән бәхетле олатай-өләсәй. Ҡыҙҙары сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итһә, улдары Ноябрьск ҡалаһына вахта ысулы менән йөрөй. Алыҫ себерҙә «Газпром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иретеп йәбештереүсе булып эшләгән Илшат ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп өлгөргән. Ноябрьск ҡалаһында һөнәрҙәр конкурсында ҡатнашып беренсе урын яулаһа, Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәнендә дүртенсе урын ала.

- Ҡышты ҡалала үткәрәбеҙ, Раһип ағайығыҙ бөгөн дә быяла етештереү заводында эшләп йөрөй. Алаҡай менән Салауат араһы яҡын булғас, ауыл менән тығыҙ бәйләнештәмен. Скворчиха ауыл Советы хакимиәте етәкселеге ойошторған бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнашып торам. Унда ауылдаштарым менән концерттар ҡуябыҙ,
төрлө конкурстар, бәйгеләр үткәрәбеҙ, - тигән ҡыуанысын белдерә Гөлсинә Зарип ҡыҙы. – Яҙын өйрәк, ҡаҙ, тауыҡ себештәрен аҫрауға алып, ауыл тормошо менән гөр килеп йәшәй башлайбыҙ. Тағы баҡсаға тотонабыҙ... Теге саҡта Мәскәүҙә йәшәргә тороп ҡалған
булһам, бындай бәхетле тормошто күрмәҫ инем. Әлдә ата-әсә
нигеҙе бар, шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Һәр кешенең дә ошолай
йәшәүен теләр инем...

Әйткәндәй, уңған хужабикә Гөлсинә Ильясоваға бағымсыбыҙ
– Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан «Визитка» типографияһы
йортҡа адреслы таҡта әҙерләп тапшырасаҡ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа,
уның ғаиләһенә именлек, эш бәхете һәм уңышлы тормош теләп
ҡалабыҙ.

 

Автор фотолары һәм Гөлсинә Ильясова архивынан 

 

#уңышлы_баҡсам

Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..
Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..
Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..
Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..
Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..
Эх, баҡсаһы – кем ултыртҡан уны?..
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас