Йәмғиәт
10 Сентябрь 2022, 14:00

"Ағиҙел яры буйы тағы сүп-сарҙа..." - ти ирекмәндәр

Бөгөн республика шәмбе өмәһе сиктәрендә "Башҡортостан һаҡсылары" ирекмәндәре Йәштәр эштәре комитеты ағзалары менән берлектә Ағиҙел буйын сүп-сарҙан таҙартты.

"Ағиҙел яры буйы тағы сүп-сарҙа..." - ти ирекмәндәр"Ағиҙел яры буйы тағы сүп-сарҙа..." - ти ирекмәндәр
"Ағиҙел яры буйы тағы сүп-сарҙа..." - ти ирекмәндәр

- Ирекмәндәр төркөмөн ойошторған Рәмил Янишевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә. Ул ошондай сараларҙың бағыусыһы, аш-һыуҙы ла үҙ иҫәбенә әҙерләтә - тип белдерҙе ирекмәндәрҙең береһе, Гөлнара. - Шулай уҡ Мансур һәм Артур исемле егеттәребеҙгә лә рәхмәтлебеҙ. Улар ҙа аш-һыуҙы үҙҙәре әҙерләй.

Әйткәндәй, бөгөн был сарала күпләп мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары ҡатнашты. Тимәк тәбиғәтте яҡлаусылар, уны һаҡлау кәрәклеген аңлаусылар һаны көндән-көн арта бара. Был - ҡыуаныслы хәбәр!

 

Мәҙинә Вәлиуллина фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас