

Солоҡ умарталығы ҡунаҡтарҙы көн һайын октябргә тиклем ҡабул итә. Туристарҙы умарталыҡ буйлап экскурсия көтә, улар унда башҡорт тоҡомло бал ҡортоноң үҙенсәлектәре, дәүләт тарафынан нисек һаҡланыуы һәм ни өсөн солоҡ балының иң ҡиммәтлеһе һәм иң файҙалыһы икәнлеге хаҡында белә ала. Байрам ҡунаҡтарына солоҡтоң эске ҡоролмаһын күрһәтәсәктәр, шулай уҡ ҡоймаҡ һәм Башҡортостандың үлән сәйе менән ысын йүкә балын тәмләп ҡарарға тәҡдим итәсәктәр.
Ике программа ҡаралған. Башҡорт йолаларында төшкө аш һәм милли ризыҡтарҙан, эсемлектәрҙән ауыҙ итеү. Билет хаҡына шулай уҡ тирмәлә милли кейемдәрҙә фотосессия һәм башҡорт уғынан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе инә. Уны Ишембай районының Ҡанаҡай ауылынан Радик Хәмиҙуллин һәм уның уҡытыусыһы Илдар Зинфир улы Абыҙгилдин уҙғара. Бер нисә йыл элек ул атыу менән мауыға. Хәҙер ул нигеҙ һалған түңәрәктә балалар шөғөлләнә һәм ярыштарҙа ҡатнаша. Уҡ-йәйәне үҙе әҙерләй. Оҫталар етәкселегендә ҡунаҡтар тәүге тапҡыр уҡ эшләтеп ҡарай һәм күптәренең шунда уҡ килеп сыға.
Умарталыҡ көньяҡ яҡтан Торатау шиханы итәгендә, визит үҙәгенән 1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Стәрлетамаҡ - Ишембай юлында, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына барып етмәйенсә, һулға төшкәс артабан күрһәткестәр буйынса юлланырға. Умарталыҡ ҡунаҡтарҙы иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул итә. Алдан яҙылырға кәрәкмәй. Төркөмлө ғаризаларҙы 7 (986) 968-62-92 телефоны буйынса ҡалдырырға мөмкин.