Йәмғиәт
4 Сентябрь 2022, 04:00

4 сентябрь – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Ҡәҙерле нефтселәр һәм газсылар!

4 сентябрь – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө4 сентябрь – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө
4 сентябрь – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ишембай ауылы эргәһендә 702-се тарихи скважинанан урғылып сыҡҡан беренсе нефть фонтаны Башҡортостандың нефть сәнәғәтенә нигеҙ һала, Волга һәм Урал араһындаға гигант нефть төбәгенең үҫешенә этәргес бирә. Нәҡ “ҡара алтын” ятҡылыҡтарын табыу арҡаһында беҙҙең яратҡан Ишембайыбыҙ картала урын ала һәм артабан эре сәнәғәт үҙәгенә әүерелә. Һәм бөгөн нефть һәм газ табыу тармағы күп осраҡта беҙҙең ҡала һәм райондың иҡтисади потенциалын билдәләй, урындағы бюджетты
тулыландырыуҙа төп позицияларҙың береһен алып тора.

Ишембай районы территорияһында магистраль газ торбалары тиҫтәләрсә километрҙарға һуҙылған. Газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре предприятиеларҙы һәм халыҡты сифатлы “зәңгәр яғыулыҡ” менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итә.

Байрам көнөндә нефть һәм газ сәнәғәтенең күп меңлек коллективына еңел булмаған эштәрендә уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ. Нефть һәм газ тармағын үҫтереүҙә баһалап
бөткөһөҙ өлөш индергән ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын.

 

Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фото редакция архивынан

Автор:
Читайте нас