

Был сара 10 сентябрҙә 12.00 сәғәттә Ленин исемендәге майҙанда үтә. «Уфанет» ойошторған байрам программаһында креатив ижади майҙансыҡтар һәм үҙенсәлекле тематик фотозоналар ҡаралған. Шулай уҡ балаларҙың «Класс мажаралары» квестында төрлө һөнәрҙәр менән танышырға мөмкинлектәре бар.
«Уфанет» етәкселеге хәбәр итеүенсә, был көндә ҡалала «Беренсе кластар аллея»һы асыласаҡ. Бында тәү башлап мәктәпкә барған балаларҙың фотоһүрәттәренән күргәҙмә ойоштороласаҡ.
(0+)