

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды Күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал...
Кем генә белмәй икән был йырҙы. Илебеҙ абруйын, данын күтәргән, уны яҡлар, ҡурсалар өсөн йәнен дә аямаған шәхестәребеҙҙең береһе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡ бер ваҡытта ла онотмай.
Халҡыбыҙҙың батыр улын иҫкә алып, Маҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн "Беҙ Шайморатовсылар" тигән патриотик сәғәт үткәрҙек. Сараның беренсе өлөшөндә Миңлеғәле Шайморатов тураһында һөйләп ишеттерҙек, фекер алыштыҡ. Аҙаҡ ике команда спорт уйындарында, эстафета ярыштарында үҙ-ара көс һынашты.
Һуңынан "Шайморатов генерал" акцияһында ҡатнашып, фотоға төштөләр. Шулай итеп каникулдың тағын бер көнө файҙалы ла һәм күңелле лә итеп үтеп тә китте.
Фото: https://vk.com/makarsdk