

Яҡындарыбыҙ, беҙҙе яратҡандар өсөн генә урын ҡалдырып, башҡаларға күңелде ябырға. Йоҙаҡҡа бикләргә. Битлек артына хис-тойғоларҙы йәшереп, бер кемгә лә яраҡлашырға ярамай. Бер кемгә үҙеңдең яҡшыраҡ йә насарыраҡ икәнлегеңде лә иҫбатларға кәрәкмәй. Ялғанды ялған кешеләргә ҡалдырырға. Әлеге илаһи мәлгә ләззәтләнеп йәшәргә. Яратырға, көлөргә, тын алырға. Күкрәгең менән иркен тын алырға, аңлайһыңмы? Иртәгә. Унда беҙҙе нимә көткәнен бер кем белмәй...
Фото: https://unsplash.com/