Йәмғиәт
26 Август 2022, 07:00

Матур ғүмер, һоҡланғыс хеҙмәт

Уҙған йома муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Әрметрәхим ауылының абруйлы кешеһен – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаян Дәминовты 95 йәшлек юбилейы менән ҡотлап үтте.

Матур ғүмер, һоҡланғыс хеҙмәтМатур ғүмер, һоҡланғыс хеҙмәт
Матур ғүмер, һоҡланғыс хеҙмәт

Юбилярҙы тәбрикәләү өсөн балалары һәм ауылдаштары уны тәрбиәләүселәр – улы Альберт менән килене Альбинаның йорт ихатаһында йыйылышты. Муниципаль район башлығы Азат Альберт улы һәм һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары Советы етәксеһе Николай Шишков Ғаян Миңлебай улына Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, теләктәрен еткерҙе.

- Хөрмәтле Ғаян Миңлебай улы, һеҙгә ил етәксеһе Владимир Владимирович Путиндың ҡотлау хатын уҡып китергә рөхсәт итегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте ветеранға Азат Ишемғолов. - «Һеҙ хәрби ваҡиғалар осоронда һынауҙарҙы намыҫ менән үттегеҙ һәм һуңынан илде емереклектәрҙән күтәрҙегеҙ. Шуның менән бергә бөйөк дәүләттең көсөн һәм абруйын үҫтерергә ярҙам иттегеҙ. Хәрби батырлығығыҙ, хеҙмәт ҡаҙаныштарығыҙ һәм Ватан яҙмышына битараф булмағанығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ һәм ҡыуаныстар теләп ҡалам. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин».

Әрметрәхим мәҙәниәт йорто мөдире Йәмилә Фәхриева сығышында һөйләүенсә, Ғаян Дәминов 1927 йылдың 19 авгусында Маҡар районы Әрметрәхим ауылында тыуып үҫкән. Үҫмер сағы ауыр йылдарға тура килә: 1942 йылда атаһы һуғышҡа киткәс, әсәһенә ҡустыларын үҫтерешергә ярҙам итә, колхоз эшенә йөрөй. Артабан 1944 йылдың октябрендә армияға алына һәм унан һуғышҡа йүнәлтелә. Корея, Ҡытай, Монголия һуғыштарында ҡатнашып 1945 йылда яраланғандан һуң, ул хәрби госпиталдә дауаланып ята. Һуғыш тамамланғас, Сахалинда, Хабаровскиҙа хеҙмәт итеп, 1951 йылда демобилизациялана һәм Бәләбәй ҡалаһында киномеханик һөнәрен үҙләштерә башлай. Ғаян Миңлебай улы бер нисә йыл «күсмә арба» менән ауылдар буйлап кино күрһәтеп йөрөй. Артабан Васильевка ауылында 18 йыл киномеханик булып эшләгәндән һуң, үҙ ауылына эшкә күсә. Шулай итеп дөйөм стажын 42 йылға тултырып, хаҡлы ялға сыға.

...1982 йылда Ғаян Дәминовҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1973 йылдан 1975 йылға тиклем социаль ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындарҙы алып килә.

Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, ул 15 йыл элек тормош юлдашы – Римма, Лилиә, Ринат, Раил һәм Альберт исемле балаларының һөйөклө әсәһе Миңлегөл Закир ҡыҙын баҡыйлыҡҡа оҙата. Бөгөнгө көндә Ғаян бабайҙың 10 ейәне, 6 бүләһе бар.

- Атай, ғүмерең буйы йәйәү ялан-урмандарҙы гиҙеп, осрағанда атҡа атланып йә велосипедҡа ултырып, халыҡҡа кино күрһәтәм тип, күпме юлдар уҙғанһың... Көҙгө ҡара ямғырҙарҙа, ҡышҡы ажғыр бурандарҙа юлда төн үткәргән саҡтарың да күп булған... – тип һүҙ алды ветерандың килене Альбина. – Ләкин һин үҙ һөнәренә тоғро булған ысын хеҙмәтсе инең. Коллегаларыңдың хөрмәтен ҡаҙанып йәшәнең, беҙҙең ғорурлығыбыҙ булдың. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн!

Бөгөн Ғаян Миңлебай улы балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәгән бәхетле атай, олатай ғына түгел, ә үҙ тыуған еренең һөйөклө улы һәм хөрмәтле кешеһе.


Автор фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас