

Малайҙар-ҡыҙҙар ҡармаҡ сыбығы менән балыҡ тоттолар, ә бәләкәстәр яулыҡ менән сабаҡ һөҙҙөләр. Ярыш көйөрмәндәрһеҙ буламы һуң, балалар әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен дә был сараға алып килделәр. Улар иһә усаҡ яғып тәмле итеп бәрәңге бешереп, сәй ҡайнаттылар.
Ҡармаҡ сыбығы менән Хәмит, Илһам, Әмир, Илвир байтаҡ ҡына балыҡ тотто. Иң ҙур бәрҙене Илвир эләктерҙе. Яулыҡ менән сабаҡ һөҙөү буйынса Аделина һәм Урал алдынғылыҡты бирмәнеләр. Уйнап та алдыҡ, ә һуңынан һутлы ҡарбуз менән һәм әсәй, өләсәйҙәрҙең тәмле ризыҡтары менән һыйландыҡ.