

Йорт ҡоштарын ҡош киҙеүе вирусынан нисек һаҡларға, йоҡтормаҫҡа тигән һорауға ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Беҙ талап ителгән ҡағиҙәләрҙе, нормаларҙы ҡәтғи үтәргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, тауыҡтар айырым бокстарҙа тора, себештәр - айырым, оло тауыҡтар - айырым. Өйрәктәр ҙә махсус вольерҙа тотола. Һыу буйына, урам тышына сығармайбыҙ, башҡа ҡоштар менән бәйләнеш булдырмайбыҙ. Һарай һәйбәт, уны яҙ һайын таҙартабыҙ, аҡлайбыҙ. Ҡоштарға кәрәкле препараттар, витаминдар бирәбеҙ.
Себештәрҙе үҙебеҙ баҫтырабыҙ, әммә ҡайһы ваҡыт тоҡомдарын яңыртыр өсөн ситтән дә алырға тура килә. Бер ни тиклем ваҡыт яңы алған ҡош-ҡортто айырым тотабыҙ, уларҙың хәл-торошон күҙәтәбеҙ, барлыҡ прививкаларҙы эшләткәндән һуң ғына уларҙың сәләмәт икәнлегенә инанғас дөйөм вольерға ебәрәбеҙ. Әгәр тауыҡ йәки өйрәктең ауырып торғанын күрһәк уны ашамайбыҙ, яндырабыҙ.
Ҡош-ҡортҡа аҙыҡ, төрлө өҫтәмәләр алыу өсөн аҡса күп китһә лә миңә был эш оҡшай. Күркәләр ҙә тотоп ҡараныҡ, тик ул бик ҡиммәткә сыға, эше лә ауыр, шуға
күрә тағы ла өйрәк менән тауыҡтарға күстек. Ғаиләбеҙ ҙур, ун бала үҫтек, әле һигеҙебеҙ иҫән-һау. Уларҙың һәр береһе ҡунаҡҡа килә. Көҙ етеп ҡош-ҡортто һуйғас, туғандарыма тәмле, экологик яҡтан таҙа тауыҡ итен күстәнәскә бирәм.
Ҡайһы саҡ яҡындары сирләп киткән сит кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә. Мин уларҙың береһен дә кире ҡаҡмайым, тиҙ генә тауыҡ һуя һалып бирәм. Сөнки химияһыҙ, антибиотиктарһыҙ үҫтерелгән тауыҡ ите сәләмәтлек өсөн файҙалы.
Ҡыш көнө һарай стеналарына кесерткәндән миндек эшләп элеп ҡуябыҙ. Был антисептик та, тәбиғи антибиотик та булып тора. Махсус рәүештә бейеккәрәк эләм – ҡоштар витаминлы аҙыҡты алыу өсөн һикерә, был ҡоштар өсөн зарядка булып тора, сөнки ҡышын уларҙы урамға бик сығармайбыҙ, хәрәкәт юҡ. Дөйөм алғанда беҙ ҡош киҙеүенән ҡурҡмайбыҙ, сөнки барлыҡ тейешле булған сараларҙы үтәйбеҙ, ҡош-ҡорт үҫтереү тәжрибәбеҙ ҙә ҙур.
Автор фотоһы.