

44 кешенән торған делегация составына һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары рәйестәре һәм әүҙем ағзалары инде. Әйткәндәй, был сараны муниципаль
район ветерандар Советы етәксеһе Николай Шишков ойошторҙо.
Ырымбур ветерандар Советы һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы. Бындай осрашыу тәүге тапҡыр уҙғарыла. Яҡташтар өсөн ҡала буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторолдо. Улар һуғыш ветерандарына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды, музейҙа булды. Киләсәктә Ырымбур ветерандарының Ишембайға килеүе көтөлә.
Ә. Өмөтбаев фотоһы