Йәмғиәт
19 Август 2022, 08:00

Һыу булһа, тереклек бөтмәҫ

Ошо көндәрҙә «Таҙа һыу» республика программаһы сиктәрендә Йәнырыҫ ауылында һыу этәргес башняһы алмаштырылды.

Һыу булһа, тереклек бөтмәҫҺыу булһа, тереклек бөтмәҫ
Һыу булһа, тереклек бөтмәҫ

Элекке башня 1987 йылда сафҡа индерелгән булған. Йылдар үтеү менән ул тутығып, һыу аға башлаған. Әлбиттә, башняның ямалған урындары оҙаҡҡа етмәгән.

- Быға «Таҙа һыу» республика программаһы ярҙамында өлгәштек, шулай итеп һыу тәьминәте проблемаһы Йәнырыҫ һәм Ҡыяуыҡ ауылдарында хәл ителде, - тип ихлас уртаҡлашты «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов. 

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Һыу булһа, тереклек бөтмәҫ
Һыу булһа, тереклек бөтмәҫ
Автор:Асия МОРАТОВА
Читайте нас