

Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары һалдатты бик матур итеп ҡаршы алдылар. Нисә ай ҡырҙа, сит тарафтарҙа йөрөгән егет тыуған яҡтың, тыуған йорттоң, туғандарҙың ҡәҙерен хәҙер нығыраҡ аңлай.
Бәләкәйҙән сәхнәлә йөрөп “әртис” ҡушаматы тағылған егетебеҙгә артабан да ата-әсәһенең, туғандарының йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә, тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, тыуған яғына - Әрметенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.