Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2022, 13:00

Сәскәләр - тормош биҙәге

Сәскәләрҙе кем яратмай!? Күҙҙең яуын алып ултырған гөлләмәләр үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар иһә икеләтә сибәрерәк кеүек. Шундайҙарҙың береһе – Эльвира Аҫылғужина. Әйткәндәй, “Торатау” гәзите төркөмөндә «Аллы-гөллө ихатам» фотоконкурсында 488 тауыш йыйған Аҫылғужиндар ихатаһы лайыҡлы рәүештә икенсе урын яулағайны. Уларҙың ихаталары, ысынлап та, ожмахтың үҙе!

Сәскәләр - тормош биҙәге
Сәскәләр - тормош биҙәге

- Фотолағы кеүек үҙҙәренең йорто алдында ошондай ожмах мөйөшөн теләгән һәр кем яһай ала. Бының өсөн сабырлыҡ, тырышлыҡ һәм бер аҙ фантазия ғына кәрәк, - ти Эльвира ханым.

Эльвира Салауат медицина училищеһында уҡып йөрөгәндә ауылдашы Филүс менән дуҫлаша, был дуҫлыҡ һуңынан мөхәббәткә әүерелә. Һуңғы курста йәштәр өйләнешә. Филүс Салауат автотранспорт предприятиеһында водитель булып эшләй. Ҡулына диплом алғас, Эльвира Ишембай үҙәк район дауаханаһына шәфҡәт туташы булып урынлаша. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Филүс “Урал” машинаһын һатып ала һәм пилорамдарға ағас ташыу эше менән шөғөлләнә башлай. Аҫылғужиндарҙы ауыл үҙенә тарта, унда донъя көтөү теләге көслө була. Шулай итеп, улар тыуған ауылдары Этҡолда ер участкаһы алып йорт төҙөй башлайҙар. Урынды ауыл ситендәрәк, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ағаслыҡтар эргәһенән һайлайҙар. Эше лә күп була, был ерҙән 17 КамАЗ арбаһы ағас сығарып түгелә.

- Иптәшем менән икәүләп кенә йортобоҙҙоң нигеҙен ҡаҙғаныбыҙ әле лә хәтерҙә. Аҡсаға ҡытлыҡ йылдар ине. Участкала баҡса тултырып бәрәңге сәстек, мул уңыш алып уны һатып, цемент алдыҡ. Өйгә күскәндә өсөнсө ҡыҙыбыҙға бер йәш тә юҡ ине әле. Шулай итеп тырышлыҡ менән ике йылда үҙ йортобоҙҙо төҙөп керҙек, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы Эльвира Рәсүл ҡыҙы.

Аҫылғужиндар өс ҡыҙ үҫтерә. Өлкәне Элина Яңы Уренгойҙа эшләп йөрөй. Алина - Ҡазан Федераль университетының 2-се курсын тамамлаған. Өсөнсө ҡыҙҙары Эльвина Ишембайҙа 7-се мәктәптә белем ала. Филүс Шәйхетдин улы ағас ташыу менән шөғөлләнә, эше ырамлы бара.

- Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлағас, был эштең күп нескәлектәренә төшөндөк, - ти Эльвира. Хәҙер инде уңған хужабикә һәр сәскәнең дөрөҫ ултыртыуҙан алып уны нисек туҡландырыу кәрәклегенә тиклем белә. Башҡалар ҙа Эльвиранан күп нәмәләргә өйрәнә, кәңәш ала.

Бар нәмәнән йәм табып, матурлыҡҡа тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята. Аҫылғужиндар ҙа баҡса үҫтереү менән генә туҡталып ҡалмай, киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ пландар ҡора.

Уңған хужаларҙың өй алды төрлө төҫтәге гөлләмәләре менән күркәм. Ял итеп алыу өсөн майҙансыҡ та яһап ҡуйғандар. Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, ғаилә йылдан-йыл үҫентеләрен арттыра, тәрбиәләй.

- Сәскәләр ҙә наҙ тулы һөйөү ярата. Уларҙы ла бәпәй кеүек наҙлап, һөйөп үҫтерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Бының өсөн үҙем дә үҫешәм, тәжрибә туплайым, интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәт ҡарайым. Конкурска килгәндә “Торатау” гәзитенең төркөмөндә «Аллы-гөллө ихатам» фотоконкурсы барғанлығын күреп, сәскәләремде лә төркөмгә ебәрәргә булдым. Сәскә үҫтергән һәр кем үҙенең гөлләмәләре иң матуры тип уйлай. Сәскәләремә ҡарап, мин дә кемдән кәм әле тип конкурста ҡатнашырға булдым. Интернет селтәрҙәрендә өй алдында үҫкән гөлләмәләремде фотоға төшөрөп һала инем. Таныштар ҙа уларҙы күреп, әйҙә, бәйгелә ҡатнашығыҙ тип өгөтләне. Шуға дәртләнеп, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Конкурс бик оҡшаны. Киләсәктә бындай конкурстар тик интернет селтәрҙәрендә генә үтмәһен ине. Жюри ағзалары ихаталар буйлап йөрөп эштәрҙе баһалаһа дөрөҫөрәк булыр кеүек, - ти Эльвира.

Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләрҙе нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тимәйҙәр. Улар донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә. Эльвира әйтеүенсә, сәскәләргә һөйөү уға өләсәһенән күскән. Элек, ул гөлләмәләр магазиндарҙа һатылмаған саҡта, берәйһендә матур сәскә күреп ҡалһа, үҫентеһен алып ҡайтып үҙендә ултыртҡан.

Эльвира Рәсүл ҡыҙының иң яратҡан сәскәләре - гортензиялар һәм розалар. Улар тәүге ҡар төшкәнсе ултыра. Бынан тыш, баҡсалағы петуниялар, лабелиялар, люпиндар, флоксалар, хосталар, туялар ҙа күҙҙең яуын алып тора.

Сәскә яратмаған кеше юҡ тиһәләр ҙә, Эльвираның тормош иптәше сәскәләрҙе бик яратмай икән. Шуға ла хужабикәгә ныҡышмал булырға тура килә.

- Сәскәләр менән булышыу оҡшай. Тир түгеп башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен, күҙ яуын алып ултырған гөлләмәләрҙе күрһәм, икеләтә шатлыҡ кисерәм. Артабан тағы ла сәскәләр хужалығымды киңәйтергә ниәтләйем, – тине Эльвира Рәсүл ҡыҙы.


Автор фотолары.

Сәскәләр - тормош биҙәге
Сәскәләр - тормош биҙәге
Сәскәләр - тормош биҙәге
Сәскәләр - тормош биҙәге
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: