Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2022, 13:00

ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!

Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн билдәләү уңайынан Йәнырыҫ ауылының мемориаль комплексында бөтә быуын моряктарына һәйкәл асылды.

ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!

Ғөмүмән, йәнырыҫтар армияла хеҙмәт иткән, Бөйөк Ватан һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан яҡташтарына ҙур хөрмәт менән ҡарай. Ауылда был һәйкәл дә – беренселәрҙән түгел.

- Бөтә быуын моряктарына бағышланған һәйкәл яҡташыбыҙ Рәфис Яппаров башланғысы менән ҡуйылды. Ул шулай уҡ аҡсалата ҙур ярҙам күрһәтте, - тигән ҡыуанысын еткерҙе Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Кирәева. – Рәфис үҙе лә ҡасандыр хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән. Әлеге көндә ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләй, бишенсеһенең тыуғанын көтәләр. Илһөйәр яҡташыбыҙ байрамдан ҡәнәғәт булып ҡайтып китте. Ниһайәт, минең хыялым тормошҡа ашты, тип ҡыуанды.

Хәрби-диңгеҙ флоты көнө уңайынан ойошторолған сарала ауылдың бөтә моряктары һәм уларҙың яҡындары ихлас ҡатнашты. Бала-саға ла ололарҙың артынан бер тотам ҡалмай йөрөнө – диңгеҙ батырҙары янында уларға ҡыҙыҡ һәм күңелле ине.

 

Фото: https://vk.com/public161664484

ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
ДИҢГЕҘ БАТЫРҘАРЫНА – ҺӘЙКӘЛ!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: