Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2022, 12:00

ЯҢҒЫҘЛЫҠ УТЫНДА ЯНМАҒЫҘ (Булған хәл)

Хәким ҡарт тимер юл вокзалының кассаһы алдына килеп баҫҡас, ҡапылдан икеләнеп ҡалды. Бар тәүәкәллеге әллә ҡайҙа китеп юҡ булғандай тойолдо. “Алырғамы, юҡмы?”- тигән һорау мейеһен бырауланы. Хәҙер билет алһа, уның тормош юлы ҡырҡа боролош яһаясаҡ, һуңғы ваҡыттарҙа көнө-төнө хыялланған, өмөт иткән ылыҡтырғыс та, бер аҙ хәүефлерәк тә күренгән яҙмыш көтәсәк. Ә алмай кире боролоп ҡайтһа, ел-дауылдар ҡаҡмаған тыныс ҡартлыҡта ғүмере үтәсәк. Ләкин күңелде оло үкенес һалып, ул һуңғы көндәренә тиклем йөрәкте һыҙлатасаҡ.  

ЯҢҒЫҘЛЫҠ УТЫНДА ЯНМАҒЫҘ (Булған хәл)
ЯҢҒЫҘЛЫҠ УТЫНДА ЯНМАҒЫҘ (Булған хәл)
Кассир ҡыҙҙың: “Куда, бабай?” – тип өндәшеүе ҡартты һиҫкәндереп ебәрҙе. Уның аҡса йомарлаған ҡулы үҙенән-үҙе тәҙрәләге тишеккә һонолдо.”Кемеровоға”, -тине ул ниндәйҙер ят тауыш менән.
Билетты алып, ҡул осона, тип әҙерләгән аҡсалары янына һалып ҡуйғас, өҫтөнән ниндәйҙер йөк төшкәндәй, еңел һулап ҡуйҙы Хәким ҡарт. Ул үҙен юлындағы ниндәйҙер һыҙыҡты аша атлап, икенсе донъяға аҙым яһағандай хис итте. “Ярар, булаһы булды, бер ниәтләгәс барырға кәрәк. Унда беҙҙең халыҡ та етерлек, Тулеев исемле башлыҡтары ла үҙебеҙҙең кеше, тиҙәр бит,” – тигән уй менән ул үҙен тамам тынысландырырға тырышты.
Поезд килергә байтаҡ ваҡыт бар. Ҡарт станция буфетына инеп, һыуыҡ сәйҙәре менән пирожки тип аталған нәмәләрен ҡапҡылап сыҡты ла, перрон буйлап һуҙылған эскәмейәләрҙең аулағырағын һайлап, шунда барып ултырҙы. “Йә, ҡарт алаша, ҡартайғанда тыртайған , тип һинең кешеләргә әйтәләр бит!..Ну, бер яҡтан молодецһың да – тәки үҙеңде еңергә көс таптың, әй!”- тип Хәким ҡарт үҙ алдына һөйләнде. Ә уйҙары тағы нисәнсе ҡатҡалыр уҙған ғүмеренә байҡау яһай.
Хәким атаһын яҡшы хәтерләй. Ни тиһәң дә ул һуғышҡа киткәндә малайға ун бер йәш ине бит. Атаһы сибек кенә кәүҙәле, ҡарағусҡыл йөҙлө, бер ваҡытта ла тауышын күтәреп өндәшмәҫ шым, ипле әҙәм булды. Ҡушаматы ла “Мыштым” ине уның. Ә әсәһе, киреһенсә уҫал, “яһил бисә” тигән даны сыҡҡан, бар нәмәне үҙенсә эшләтергә яратҡан эре һөйәкле, шулай ҙа төҫкә бик сибәр ҡатын ине. “Бер уҫалға - бер йыуаш,” – тигәндәре тап ата-әсәһенә әйтелгәндер, моғайын. Ләкин атаһы кәрәк саҡта тешен дә күрһәтә белгән. Әсәһе атаһын һуғышҡа оҙатҡанда: ”Һуғышырһың тип беләһеңме ни, шунда берәй ерҙә ҡурҡып ҡасып ятырһың әле. Ҡайҙа һинең өсөн үҙем китәйем,”- тип көлһә лә, хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ килгәнсе ебәргән фотоһында гимнастеркаһын бер орден менән миҙал да биҙәй ине…
Хәким төҫ-башы менән әсәһенә тартһа ла, холоҡ-фиғеле тап атаһыныҡы булды. Бәләкәйҙән бик һөйләшеп бармаҫ, ни ҡушһалар шуны үтәп, ни бирһәләр шуны ашап тигәндәй, ҡаршылашыу, тыңлашмау тигән нәмәне белмәй үҫте.
Бала, үҫмер саҡтарын һуғыш ялҡыны көйҙөргән уның тиҫтерҙәренә эш тигән ҡалъяның иң һимеҙе эләкте. Ә бит башҡаларын иҫәпләмәй,арба-санаға, һабан-тырмаға егелгән үгеҙҙәр менән яфаланыуҙар үҙҙәре генә әллә нисә кеше ғүмеренә етерлек нужаға торош итәлер. Уның ҡарауы хатта алабута икмәге лә бер ҡорһаҡ тултырып ашарлыҡ тәтемәне. Аслы-туҡлы бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәгән йәш-елкенсәк, ни ғиллә менәндер инде, бигерәк дәртле булды. Әлһерәп, аяғын саҡ һөйрәп ҡайтып ингән егет-ҡыҙҙар, аҙ ғына хәл ала һалып, клубҡа, аулаҡ өйҙәргә ашыға. Киске уйындар һуғыштан һуңғы йылдарҙа, аҙ-маҙ булһа ла ир-ат ҡайтып, ауыл халҡы әҙерәк тын алып ҡалғас үтә ҡотороп китте. Һәр кис бер нисә урында, үҙҙәре әтмәлләп алған скрипка, гармун тызҡылдауҙары аҫтында, ағас табанлы сабаталар тыҡ та тыҡ килә, таңға тиклем урамдарҙан йыр-моң ағыла.
Эйе, дәрт тә, дарман да етерлек булды Хәкимдең тиҫтерҙәрендә, һуғыш тигән нәмә иртә өлгөрттө йәштәрҙе. Тиҙ арала ғашиҡ булып, ун алты – ун ете йәшлек егет-ҡыҙҙар тиҙ арала өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Элекке “ҡыҙ әйттергән”тигән һүҙ онотолоп, “ҡыҙ урлауға”күстеләр. Әлбиттә, был ысын мәғәнәһендә түгел, ә күп осраҡта ике яҡтың да килешеүе менән эшләнә ине. Уның ҡарауы “урланған ҡыҙ” исемен йөрөтөүе үҙе ни тора! Хөрт нәмәне урламайҙар бит инде!
Хәким күрше ауылдан ултырмаға килгән Мәҙинәне аулаҡ өйҙә осратты. Шул кисте был яҡтарҙа киң таралған “пар тап” уйынында уның өлөшөнә төштө ул ҡыҙ. Тәү күреүҙә үк бер-береһен оҡшаттылар, ғашиҡ булыштылар егет менән ҡыҙ. Мәҙинә ауылдарына ҡайтып киткәс, уны юҡһынып үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөҙәгән Хәким һәр кис туғыҙ саҡырым ара үтеп, осрашыуға сапты. Ярты йыл уҙғас, Кәрим иптәше менән ат ҡараусы Фәйзелғаян бабайҙың кәләш сәлдереү өсөн генә дилбегәһен егет-еләнгә тотторған ҡола айғыр егелгән санала Мәҙинәне “урлап” алып ҡайттылар. Был яҡтағы ғәҙәт буйынса тура үҙҙәренә төшөрмәй Ғәрифә еңгәләренә килтерҙеләр. Хәйри ҡарттан никах уҡыттырып, ике йәште улар өсөн йылытып ҡуйылған келәткә ябып та ҡуйҙылар.
Иртәгеһен әсәһенән һөйөнсө алырға барған еңгәһе ҡайтып: ”Уй, ҡәйнеш, түҙеп кенә тор, әле мин саҡ сығып ысҡындым!”- тип әйтергә лә өлгөрмәне, дауыл ҡуптарып әсәһе килеп инде. Үҙенең рөхсәтенән башҡа кәләш алырға баҙнат иткән улын, әле күреп түгел, исемен дә белмәгән киленен эт урына һүкте әсәһе. Хәким үҙҙәрен яҡлап бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алманы ул ваҡыт. Үҙенә килеп һыйынған кәләшенә ара-тирә ғәйепле ҡарашын ташлап, яңылыш эш боҙған балалай, башын түбән эйеп тик торҙо.
Үҙҙәренә ҡайтҡас та, йәштәргә көн күрһәтмәне әсәһе. Килененең һәр эшенән ғәйеп табып, оло тауыш сығарҙы, урам тултырып ғәйбәт таратты. Баш күтәрмәй көн оҙоно баҫыуҙа, иртәле-кисле йортта эш бөтөргән кәләшенең төн оҙоно ғәрләнеп әсе күҙ йәштәре түгеүе, үҙенә лә арыу ғына эләккән Хәкимдең йөрәген һыҙлатты. Ләкин үҙҙәрен ҡурсалар көс тапманы. Әсәһенә һүҙ әйтеү түгел, ҡайһы саҡ күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәне ул. Мәҙинә лә тыныс, сабыр холоҡло булды. Башҡа берәү булһа күптән күтәреп һуғып, ҡайтып китер ине. Ләкин ул нисек тә түҙергә тырышты. Башын баҫып гел эш менән мәшғүл булды, эше менән ҡәйнәһенә ярарға ынтылды.
Көҙгө ямғырлы кистә Мәҙинә ҡыҙ бала тапты. Ә бер аҙна уҙғас, балаһын бер нисә тапҡыр ғына ҡулына алып өлгөргән Хәкимде армияға алып киттеләр. Айырылышҡанда һинһеҙ ҙә ни эшләрбеҙ, тигәндәй күҙҙәренә тилмереп ҡараған бисәһен йәлләү йөрәген өҙҙө. Ярай әле иптәшкә ҡыҙы бар, бәлки ейәнсәре тыуғас, әсәһе бик уҙынмаҫ, тип йыуатты ул үҙен.
Армияла тәүге көндәре йылдай тойолһа ла, аҡрынлап күнекте. Гел күҙ алдынан китмәгән ҡатыны менән ҡыҙын ауыр һалдат тормошо аҡрынлап аҙ-маҙ оноттороп та торҙо. Ҡатынының һәр хатындағы әлегә иҫән-һаубыҙ, һәйбәт кенә йәшәп ятабыҙ, тигән һүҙҙәре күңеленә тыныслыҡ килтерҙе.
Шулай ярты йылдан артыҡ хеҙмәт иткәс, бер көн уға хат тотторҙолар. Тышындағы адресы ят ҡул менән яҙылғанын күргәс, Хәким аптырабыраҡ ҡалды һәм ҡабаланып хатты асты. Уны әсәһе яҡын әхирәтенең ҡыҙы Нәсимәгә әйтеп тороп яҙҙырған булып сыҡты. Ҡоро һүҙҙәр менән яҙылған был хат Хәкимдең йөрәгенә бысаҡ һымаҡ ҡаҙалды. “…Ҡатыныңды аҙбар артында Фәйзи менән тоттом. Ул оятһыҙ уйнашсыны өйөмдә аҫрай буламмы һуң? Ҡыуып ҡайтарҙым…”-тигән яҙыуҙы, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, ҡат-ҡат уҡыны Хәким. Аҙаҡ иҫһеҙ кешеләй оҙаҡ ҡына ултырғысында шанғып ултырҙы. “Булыуы мөмкин түгел!..Ә ысын булһа?..Бәлки әсәһе ҡыуып ҡайтарырға сәбәп кенә эҙләгәндер?..Юҡ-юҡ! Йыуаш, сабыр холоҡло Мәҙинә ундай енәйәткә бармаҫ… Яратышып ҡауыштылар бит улар! Нахаҡтыр был!”
Көнө-төнө башында ҡайнашҡан уйҙар уны тотошлайы менән биләп алды. Йоҡоһо ҡасты, тамағына аш барманы. Хеҙмәт итеүенең дә рәте китте. Шуның арҡаһында гаупвахтаға ла эләкте. Ә унда уйланырға форсат етерлек. Теләһәң-теләмәһәң дә әрһеҙ уйҙар ҡулында һин.
Эйе, ҡатының уйнаш итеүенә башта ышанманы Хәким. Ләкин аҙағыраҡ, бергә хеҙмәт иткән иптәштәренең һуғыш ваҡытында, унан һуң да “һалдаткалар”, тол бисәләр янына йөрөүҙәрен һөйләүҙәре, Фәйзиҙең кем булыуын, йәғни һуғышҡа барып етер-етмәҫ үк аяғы яраланып ҡайтып, ауылдағы күпме яңғыҙ бисә-сәсәнең башына еткәнен белеү, әсәһенең үҙ балаһына шул ҡәҙәре этлек эшләп, юҡты бар итеп яҙҙырмаҫ, тип уйлау ҡатынына ышанысын көндән-көн кәметеп, хатта бәйән ителгәндәргә инанырға мәжбүр итте. Гаупвахтанан сығыуына килеп торған Мәҙинәнең хатындағы: “Нахаҡ, ышанма!”- тигән һүҙҙәре инде ул ҡатынының аҡланырға маташыуы ғына тип ҡабул итте. “Йыуаштан йыуан сыға!” тигән һинең кеүектәргә әйтелгән бит, тип ҡатының хатын йыртып уҡ бәрҙе. Яуап та яҙманы. Мәҙинәнән тағы бер нисә хат килде лә, туҡтаны. Уның ҡарауы, Нәсимәнән хаттар йышайҙы. Башта әсәһе әйтеп яҙҙырғандар килһә, аҙаҡ тик үҙенекеләр генә булғылай башланы. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыр алдынан килгән бер хатында хатта ҡыҙ уға күптән ғашиҡ икәнен, һағыныуын, уның ҡайтыуын “зар-интизар” булып көтөүен дә яҙған ине. Хәким уның яҙғандарына бик иғтибар итмәй, көлөбөрәк кенә ҡараны. Шулай ҙа, ҡайһы саҡ, Нәсимәнең йөҙөн, буй-һынын күҙ алдына баҫтырырға тырышып та ҡараны. Ләкин уның тоноҡ ҡына шәүләһен Мәҙинәнең һылыу йөҙө ҡаплай ҙа ҡуя ине. Хәким асыуы килеп, ҡатынының һынын ҡыуырға ла маташа. Тик уныһы юғалыу түге, киреһенсә, яҡынайғандан-яҡыная, ҡарашын томалай. Шулай уҡ ҡыҙының йөҙөн дә бер нисек тә күҙ алдына баҫтыра алмай. Уныһы сепрәккә төрөлгән бер йомарлам һымаҡ ҡына күренә лә ҡуя.
Хеҙмәтен тултырып ҡыш башында ҡайтты Хәким әрменән. Үҙен көтөп торған ҡатыны менән балаһы булмағас, өй буп-буш һымаҡ тойолдо уға. Күңелен төшөнкөлөк биләп алды. Унан арынырға теләп, ул тиҙерәк башы-аяғы менән эшкә сумырға ашыҡты һәм фермаға мал ҡараусы булып урынлашты.
Ҡайтыуы менән әсәһе: ”Әҙәм көлдөрөп уйнашың янына аяҡ баҫаһы булма! Бына тигән һыу һөлөгө кеүек йәп-йәш ҡыҙҙар ҙа етерлек!” – тип нығытып ҡуйған ине инде. Хәкимдең әрмелә саҡта ҡайтҡас ҡатынын бер күреп һөйләшергә иҫәбе бар ине, барлыҡҡа. Хәҙер ҙә бисәһен, балаһын барып күрергә йыш ҡына ынтылып-ынтылып ҡуйҙы. Ләкин уның хыянатын күҙаллап, әҙәм хурлығына ҡалыуҙан ҡурҡып, әсәһен рәнйетмәйем тип тә теләгенән кире ҡайтты.
Ә Нәсимә йыш булды уларҙа. Йомош менән дә, йомошһоҙ ҙа көнөнә әллә нисә рәт кереп сығыр ине. Һыу килтергән, иҙән йыуған булып та уларҙа уралды. Әсәһе әхирәтенең ҡыҙын маҡтап бөтә алманы. “Инәһеҙ ҡалған ата ҡаҙ һымаҡ күп ҡаңғырып йөрөмә - ал да ҡайт Нәсимәне!” – тип тә әйткеләне. Ҡылансығыраҡ күренгән, ҡаҡса йөҙлө, ҙурыраҡ кәкре танаулы был ҡыҙ Хәкимгә бик үк оҡшамаһа ла, уның хәҙер миңә барыбер, тип бөтә нәмәгә ҡул һелтәп йөрөгән сағы ине. Шундай көндәрҙең береһендә әсәһе: “Һин, мәмәй ауыҙҙан булмаҫ, әйҙә, үҙем яусы булып барам!” – тип, Хәкимде Нәсимәләргә алып китте һәм никах уҡытып өйҙәренә алып та ҡайттылар. Тәүге никахты боҙоу өсөн Хәкимдең Мәҙинәләр ауылы яғына ҡарап өс тапҡыр “талаҡ” тип ҡысҡырыуы ла етте.
Яңы өйләнешкән мәлдә тәүге ҡатыны менән бәйләнгән ваҡиғалар бер аҙ онотолоп, күңеле күтәрелеберәк йөрөһә лә, һуңға табан Мәҙинәһе йыш ҡына иҫенә төшкөләне. Йәш кәләше ҡосағында саҡта ла уны Нәсимә менән сағыштырыр, хатта ҡуйынында ул яталыр тип үҙ-үҙен алдар, ышандырыр булып китте. Бәлки Мәҙинә менән ҡабат ҡауышырбыҙ ҙа әле тигән өмөт тә уяна башлаған ине уның күңелендә. Ә уны Кузбаста шахтер булып эшләгән Зәки исемле берәүҙең ҡайтып үҙе менән алып китеүен ишеткәс, Хәкимдең был өмөтө юҡҡа сыҡты. Тәүге мөхәббәтен, өҙөлөп һөйгән кешеһен бөтөнләйгә юғалтыуын аңланы. Тағы ла күңелен бушлыҡ, төшөнкөлөк биләп алды. Яратмағас уны Нәсимә генә тултыра алмай ине шул. Ярай әле бер-бер артлы тыуған балалары, донъя мәшәҡәттәре йөрәк һыҙлауын баҫырға, ваҡыты-ваҡыты менән уны онотоп торорға ярҙам итте. Ваҡыт – табип, тип, юҡҡа әйтмәгәндәрҙер – йылдар үткән һайын барыһы ла аҡрынлап юғала барып, күңел һыҡраныуҙары ла баҫылғандай итте. Ләкин барыбер ҙә китек ине ул.
Хәким менән Нәсимә алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Аҡрынлап иркен генә йорт төҙөп кереп, донъяларын бөтәйттеләр. Хәким йәйле-ҡышлы мал араһында булды. Ҡатыны сөгөлдөр үҫтерҙе, ваҡ-төйәк эшкә йөрөнө. Был яҡтарҙағы ҡатын-ҡыҙҙың төп кәсебе булған шәл бәйләп һатты. Һикһәнен тултыра яҙып, Хәкимдең әсәһе гүр эйәһе булды. Үлер алдынан ул улын үҙ янына саҡырып алды ла, көсһөҙ генә тауыш менән: “Балам, бер үк миңә рәнйеп ҡалма…Үҙемдең тәкәберлегем арҡаһында һине яратҡан ҡатыныңдан айырҙым.., балаңды етем иттем…Мәҙинә килен алтын булған да бит…Юҡҡа ғына гонаһҡа баттым…Теге ваҡыт Фәйзи килеп йәбешкәс, ул үҙе ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Мин сығып, аралап алып ҡалдым. Мәҙинә килендең бер ниндәй ҙә ғәйебе булманы…Ә мин ғүмер буйы выждан ғазабы кисереп йәшәнем…Алай-былай күрә ҡалһаң, әйт, ғәфү итһен мине берүк…Үҙең рәнйеткәндәрҙең бәхиллеген алмай гүргә инеүҙәре ҡыйын, балам..,” – тип күҙҙәрен йомдо.
Әсәһенең һүҙҙәре Хәкимгә ҡапылдан ҡаҡ маңлайына таш менән тондорғандай тәьҫир итте. Тимәк, Мәҙинәнең бер ғәйебе юҡ! Әсәһе генә араларына ингән! …Ә ул, алйот, уның яҙҙырғандарына ышанды! Их, ахмаҡ! Әрмелә хат яҙмаһа ла, хет ҡайтҡас булһа ла барып һөйләшеп-аңлашырға булған да бит…Һуң.., һуң инде хәҙер!..Их, был тормош тигән нәмәне туҡтатып тороп, кире ул саҡтарға ҡайтһаң ине лә - булмай шул! Оҙаҡ, бик оҙаҡ телгеләнде бәғере Хәкимдең. Һуңынан да йыш-йыш иҫкә төшөп, йөрәген семетеп-семетеп алды. Ләкин ни эшләһен инде? Яҙмышына баш эйеп йәшәй бирҙе. Балалары яйлап, башлы-күҙле булып, таралышып бөттөләр. Тик кинйә малайы ғына өйләнеп, үҙҙәре янында ҡалды. Хәким пенсияға сыҡһа ла малдарынан айырылманы, аҡырынлап колхозда эшләп йөрөүен белде.
Йәйге бер иртәлә ихатаһында ниҙер эшләп йөрөгән Хәким, ҡапҡанан инеп килгән ҡатынды күреп, ҡапыл ғына йәшен һуҡҡандай, урынында ҡатып ҡалды. Уға табан яй ғына атлап…Мәҙинәһе килә ине. Ул ҡаршыһында туҡтап, ниҙер өндәшә, ә Хәким, ҡапыл ғына телһеҙ ҙә, ҡолаҡһыҙ ҙа ҡалып, күҙҙәрен селт-селт йомоп,ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай урынында ҡатып тик тора. Яйлап уға ҡатындың: “Һеҙ Хәким булаһығыҙмы?” – тигән һорауы барып етте. Хәким яуап урынына баш башын ғына ҡаҡты. “Һаумы, атай?!” – ҡатын уға ҡулын һуҙҙы. Хәким бер һуҙылған ҡулға, бер ҡатынға аптырап ҡарап торҙо ла, ҡабаланып уның бармаҡтарын ҡыҫты. “Тимәк, был Мәҙинәнең.., дөрөҫөрәге уларҙың ҡыҙы!” – тигән уй мейеһен телеп үтте.
Аталы-ҡыҙлы бер-береһенә ҡарашып, ни әйтергә белмәй бер аҙға тын ҡалдылар.
- Бына, хет бер күрәйем тип, килдем әле, -тине ҡыҙы, тынлыҡты боҙоп.
- Әйҙә, өйгә ин..,-тигән булды Хәким, һаман да һушын йыя алмай.
Инеп, Зәлиә өйҙәгеләр менән дә күрешеп сыҡҡас, унда сәйер тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла башлап һүҙ әйтергә ҡыймай, ҡараштары менән генә бер-береһен күҙәттеләр.
- Ҡана, сәй ҡуйып ебәрәйем әле, -тине ҡапыл ғына Нәсимә, тынлыҡты боҙоп. Зәлиә лә, шуны ғына көткәндәй, юл сумкаһын асып, күстәнәс-бүләктәрен өләшергә тотондо.
- Бына быныһы һиңә, ярар микән, - тип ул Хәкимгә костюм-салбар һуҙҙы.
- Кәрәкмәҫ ине, рәхмәт инде, -тигән булып атаһы бүләкте ҡулына алды.
- Йә, кейеп үк күрһәт инде! –Малайы кейемдәрҙе тағата уҡ башланы. Ҡыҙының бүләге сибек кәүҙәле атаһына бер нисә размерға уҡ ҙур булып сыҡты. “Күрәһең, мине, йәғни атаһын, таҙа кәүҙәле, ғәйрәтле кеше тип күҙ алдына килтергәндер, тип уйланы Хәким һәм ҡыҙы алдында үҙенең буй-һынынан оялып та ҡуйҙы.
- Ярар-ярар, таманлатып алырбыҙ, - Нәсимә ирен бер тегеләй, бер былай әйләндергеләп ҡараны.
Ҡыҙының күстәнәстәре менән сәй эсеп алғас, Хәким малайын көтөүгә ебәреп, һарыҡ ҡайтарып һуйҙы һәм кисен, бер нисә туған-тыумаса тейеш кешеләрҙе лә йыйып, ҡыҙы хөрмәтенә мәжлес һымаҡ нәмә ҡорҙолар. Иртәгеһен улары ла ашҡа саҡырып алдылар.
Хәким башта ҡыҙынан нисектер тартыныбыраҡ йөрөһә лә, аҡрынлап ул янында саҡта ниндәйҙер күңел рәхәтлеге кисереүен һиҙҙе. Зәлиә ундағы бушлыҡты тултырып, төҫһөҙ тормошона биҙәк өҫтәп, әйләнә тирәһен нурландырып ебәргәндәй тойолдо. Бындай хистәрҙе Мәҙинәһе менән ҡауышҡан саҡтарында кисергәйне ул. Хәким ҡыҙы менән генә булғанда Мәҙинә тураһында һорашырға теләп ынтылып-ынтылып ҡуйғылай ҙа, нисектер ҡыйыулығы етмәй, туҡтап ҡала. Зәлиә лә әсәһе тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Тик килгәс тә үҙенең мәктәптә уҡытып йөрөүен, әле инженер булып эшләгән бер татар егетенә кейәүгә сығып, ике ҡыҙ үҫтереүҙәрен һөйләй алған ине.
Ҡыҙы китер алдынан икәүҙән-икәү генә ҡапҡа янындағы эскәмейәгә сығып ултырҙылар. Бер аҙ юҡ-бар нәмә тураһында һөйләшкәс, Зәлиә ҡапыл ғына әсәһе тураһында һүҙ башланы. Мәҙинә ғүмере буйы завод ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Зәкиҙән балаһы булмаған.
Ире шахтала газ шартлап һәләк булғас, бына хәҙер ун йыл бер үҙе йәшәй икән.
- Һуңғы йылдарҙа һине бик йыш иҫкә ала. Алай онота алмағас ныҡ яратҡандыр, күрәһең. Әле лә мине: “Минән булмаҫ, хет һин бер күреп кил”, -тип ул ебәрҙе, -тине ҡыҙы, аҙаҡ.
Зәлиә китеп барҙы. Ул киткәс Хәким үҙен яратҡан тәтәйен тартып алған бала хәлендә ҡалғандай тойҙо. Инде тағы бар донъяһының йәме юғалып, тағы ла бушлыҡта ҡалғандай үҙен хис итте.
Өйөндә төрлө мәшәҡәттәр менән бер аҙға онотолоп торһа ла, яңғыҙы көтөү көткәндә инде бөткөһөҙ уйҙар һырып ала. Осо ла ҡырыйы ла юҡ уларҙың. Һәм барыһы ла тип әйтерлек Мәҙинәгә бәйләнгән.
Яуырынына аҫҡан радиоприемниктан йөрәктәрҙе өҙгөс йыр ағыла:
Бар донъя утында янығыҙ,
Яңғыҙлыҡ утында янмағыҙ.
Ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Әйтерһең дә, Хәкимдең ниндәй хәлдә икәнен белеп, уға өндәшәләр. Ул да ғүмере буйы яңғыҙлыҡ утында янды түгелме һуң?! Һәр саҡ ҡатыны, балалары эргәһендә булды, ә ул барыбер үҙен яңғыҙ тип хис итте. Мөхәббәтһеҙ, яратҡан кешеһеҙ тормош-тормош түгел, таяныр, һыйыныр, ысын күңелдән эс сереңде һөйләр кешеһеҙ үткән ғүмер – буш ғүмер икән ул. Ә уны шул ғүмер уҙғас ҡына аңлайһың. Ләкин һуң шул! …Бәлки.., бик һуң да түгелдер…Ниңә был бушлыҡты тултырмаҫҡа, ғүмеренең һуңғы көндәрендә булһа ла яңғыҙлыҡтан арынып, бәхетле тормош тигәндәрендә йәшәп ҡалмаҫҡа?! Хәким, ҡапылдан үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып, уларҙы ҡыуырға тырыша. Ләкин улар, аҡрынлап, бар булмышын биләгәндән-биләй, арбай, тилертә. Етмәһә, ҡолаҡ төбөндә мейеһенә һеңгән:
Ғүмерҙең асылын аңлағыҙ-
Яратҡан йәрҙәрһеҙ ҡалмағыҙ, -тигән йыр өҙлөкһөҙ яңғырай. Барыһына ла ҡул һелтәп Мәҙинә янына китергә лә барырға, тигән уйын, ул ҡабул итерме, ҡатыны, балалары, ауылдаштары алдында оят, “Ҡартайғанда тыртайған!” – тип көлмәҫтәрме тигәндәре ҡыҫырыҡлаһа ла, һуңынан, Зәлиә лә минең ҡыҙым, уның да мине күрергә, миңә “атай” тип өндәшергә, минең дә яратҡан кешем менән йәшәргә хаҡыбыҙ бар тип, китергә тигән уйы көндән-көн нығынып, икеләнеүҙәре юҡҡа сыға барҙы. Үлер алдынан әсәһенең: “Мәҙинә килендең бәхиллеген ал!” – тигән һүҙҙәре лә китергә тигән уйына этәргес булды. Һәм ул ныҡлы ҡарарға килеп, башҡаларға һиҙҙермәй генә юлға әҙерләнә башланы. Тик быны өйҙәгеләргә нисек аңлатырға тигән уйы уны ниәтенән бер аҙға кисектереп торҙо.
Һәм бына бөгөн аш бүлмәһендә иртәнге сәйгә йыйылған ғаиләһе янына алғы яҡтан ҡулына бәләкәй генә сумаҙан тотоп кейенеп-яһанып килеп сыҡты ла: “Мин Зәлиә янына барам әле,” – тип хушлашып, тышҡа атланы. Алыҫ булмаған станцияға йәйәүләп кенә килде ул.
Хәкимдең уйҙарын бүлеп “пуфылдап” станцияға поезд килеп туҡтаны. Ҡарт тора һалып, ары-бире йүгерешкән кешеләр араһынан уҙып кәрәкле вагонды эҙләп тапты ла, кондукторға билетын күрһәтеп, купеһына инеп ултырҙы.
Поезд ҡуҙғалып киткәндә тәҙрәнән тыуған яҡтарына күҙ ташлап алды һәм кемгә атап әйткәнен үҙе лә белмәй: ”Ғәфү итегеҙ, берүк,” –тип шыбырҙаны.
Хәким ҡарт китеп бер нисә ай уҙғас, өйөнә: “Прописканан төшөрөп, пенсиямды бында күсерегеҙ әле”, - тигән хаты килгән тиҙәр. Тимәк, беҙгә, ҡартыбыҙ Мәҙинәһе менән ҡабат ҡауышҡандыр, күрәһең тип, фараз итәһе генә ҡала.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Мөҙәрис Багаев.
Читайте нас: