Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2022, 13:00

Йәштәр «Ҡош юлы»на йыйылды

29-31 июлдә Ейәнсура районында “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале уҙҙы. Ул быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләү менән дә әһәмиәтле. Фестиваль был юлы ла башҡорт теленә, гитара моңона, шиғриәткә битараф булмағандарҙы бер майҙанға тупланы. Яҡташыбыҙ Алина Ғәлиева ете йыл рәттән был сараны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Уның менән әңгәмә гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булыр.

Йәштәр «Ҡош юлы»на йыйылды
Йәштәр «Ҡош юлы»на йыйылды

- Алина, һин ҡасандан бирле “Ҡош юлы” фестиваленең ойоштороусыһы булып тораһың? Фестивалгә нисек әҙерләнәһегеҙ?

- «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивале йылына бер тапҡыр йәйгеһен үтһә лә, ул күптән айырым бер йәштәр хәрәкәтенә әүерелгән, эшмәкәрлеге йыл әйләнәһенә гөрләй. Мин ойоштороусылар рәтендә 2015 йылдан, шунан алып ҡабатланмаҫ мәлдәргә байыным. Быйылғы сараға әҙерлек үткән йылдан, «Ҡош юлы-2021» бөткәс тә үк башланды тип әйтһәм, бер ҙә хата булмаҫ. Фестиваль быйыл Башҡортостан Башлығының гранты ярҙамында бойомға ашырылды, шуға күрә эш тә, яуаплылыҡ та көслө ине.

- “Ҡош юлы” фестиваленең төп маҡсаты нимәлә?

- Сараның маҡсаты - йәш быуында гитара моңо аша туған телгә, башҡорт мәҙәниәтенә, шиғриәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, гитарала уйнап йырлаусылар, үҙҙәре йырҙар, шиғырҙар яҙыусылар араһында яңынан-яңы һәләттәр табыу, уларҙы ҙур сәхнәгә, киң аудиторияға  сығарыу. Ун йыл дәүерендә «Ҡош юлы» тулыһынса үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә мөмкин.

- Белеүебеҙсә сара быйыл Ейәнсура районында үтте. Тағы ла ҡайһы райондарҙа үткәне булды?

- Ейәнсура районы - «Ҡош юлы»ның тыуған яғы. 2012 йылда беренсе тапҡыр фестиваль ошонда үтте, уны уйлап тапҡан Азамат Юлдашбаев үҙе был яҡтарҙан. Биш йыл дауамында фестиваль - Ейәнсурала, артабанғы биш йылда Башҡортостандың төрлө райондарына сәфәр ҡылды — Әбйәлилдә, Ишембайҙа, Ҡыйғыла булды ла, кире Ейәнсураға әйләнеп ҡайтты.

- Быйылғы “Ҡош юлы-2022” үткән йылдарға ҡарағанда нимәһе менән айырылып торҙо?

- Башҡа йылдарҙағы кеүек быйыл конкурс форматы булманы. 10 йыллыҡ юбилей булғас, гала-концертта үткән йылдарҙағы авторбашҡарыусылар сығыш яһаны. Барыһына ла лауреат дипломы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йәнә лә фестивалдә беренсе тапҡыр «Ҡош юлы» батырҙары уҙышы», «10 йыллыҡҡа - 10 саҡрым» йүгереү марафоны уҙҙы.

- Киләсәктә ҡатнашыусыларға ниндәй талаптар буласаҡ?

- Киләһе йылдағы үҙгәрештәргә килгәндә, әлегә әйтеүе ауыр, әммә «Ҡош юлы» буласаҡ, яңынан-яңы тәҡдимдәр, идеялар ҙа индерербеҙ, Алла бирһә!

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә ҡатнашыусыларҙың тағы ла күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.

 

Фото Алина Ғәлиеваың шәхси архивынан

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: