Йәмғиәт
13 Август 2022, 13:00

Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны һуңғы юлға оҙатырға барҙы.

Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләрУкраиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр

Бөгөн Ишембайҙа Рәсәйҙең Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ефрейтор Александр Радченко менән бәхилләштеләр. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, яугирҙең туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм яҡташтары ҡатнашты.

«Хөрмәтле Галина Сергеевна, Александрҙың туғандары һәм яҡындары, хөрмәтле яҡташтар. Бөгөн барыбыҙ ҙа Украина биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яугирҙе һуңғы юлға оҙатыу өсөн Ишембай еренә йыйылдыҡ. Меңәрләгән егетебеҙ илебеҙҙе һаҡлай һәм фашизмға ҡаршы көрәшә. Александр Владимирович ошо сафта торҙо. Галина Сергеевна, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән бик лайыҡлы кеше тәрбиәләгәнһегеҙ. Ишембай хакимиәтенән геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күреүҙәрен һорайым», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы яугир-геройҙың әсәһенә Александр Радченковтың үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. «Ошондай фажиғәле минуттарҙа беҙ Александрҙың ниндәй кеше булғанын аңлайбыҙ. Герой тәрбиәләгән ата-әсәгә ҙур рәхмәт. Тыныс йоҡла, Александр. Беҙ һинең турала бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, һинең батырлығың күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк», - тине Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов.

«Яугир Александр Ватаныбыҙ, иманыбыҙ һәм халҡыбыҙ өсөн үҙенең ғүмерен фиҙа ҡылды. Изге сиркәү һәр саҡ яугирҙәренә фатихаһын биргән. Беҙ уның йәне һәм яугирҙәребеҙ өсөн доға ҡылырбыҙ. Раббыбыҙ һәләк булған ир-егеттәргә мәңгелек тыныслыҡ бүләк итһен», - тине матәм митингында Сергий ата.

Александр Радченко 1982 йылдың 10 апрелендә Коми Республикаһының Сосногорск ҡалаһында тыуған, Ишембайҙа теркәлгән. 2000 йылда Сосногорскиҙың 18-се һөнәрселек лицейын тамамлаған. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 2009 йылда контрактҡа ҡул ҡуя. Хәрби хәрәкәттәр ветераны.

Хеҙмәт итеү барышында Александр үҙен тәртип яратҡан хеҙмәткәр итеп күрһәтә, хәрби бурысын үтәүгә һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә намыҫлы һәм профессиональ ҡарай. «Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашыусы», «Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы» миҙалдары, «Кавказдағы хеҙмәте өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән.

 

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-13/v-bashkirii-prostilis-s-pogibshim-vo-vremya-spetsoperatsii-na-ukraine-efreytorom-aleksandrom-radchenko-2908476

Ирина Вахонина фотолары

Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрби менән бәхилләштеләр
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас