Әйтәйек, Ишембайҙан Ураҙбайға йөрөгән 107-се маршрутта билет өсөн пассажирҙар 122 һум түләргә тейеш («Алға» картаһы буйынса — 98 һум).
Ишембай — Кинйәбулат автобусында юл хаҡы 49 һумға тиклем ҡиммәтләнә («Алға» менән — 39 һум).
119-сы «Ишембай — Петровск — Ҡарлар» ҡала яны маршрутында хаҡ 83 һумға тиклем (тура) һәм 120 һумға тиклем (кирегә) арттырыла. «Алға» картаһы буйынса иһә 66 һәм 96 һум була.
Бынан тыш, ошо автобустарҙың йөрөү графигы ла үҙгәрә. Яңыртылған расписание менән сайтта танышырға мөмкин.