Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2022, 14:00

ЭШЕҢДЕ ЯРАТЫУ МӨҺИМ

Уйлап ҡараһаң, был донъяла аҡ халатлыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәгән бер генә кеше лә юҡ. Шуға ла медицина хеҙмәткәрҙәре, һис шикһеҙ, шәфҡәтлелек, батырлыҡ сағылышы булып тора. Гәзит уҡыусыларға кеше һаулығын ҡайғыртҡан, үҙ эшен яратҡан белгестәрҙең береһе, Ишембай үҙәк район дауаханаһының поликлиника мөдире вазифаһын башҡарыусы Лилиә ШӘРӘФЕТДИНОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ

ЭШЕҢДЕ ЯРАТЫУ МӨҺИМ
ЭШЕҢДЕ ЯРАТЫУ МӨҺИМ

- Лилиә Йәлил ҡыҙы, медицина өлкәһендә нисә йыл эшләйһегеҙ?

- 2011 йылдан алып медицина өлкәһенә хеҙмәт итәм. Әле Ишембай үҙәк район дауаханаһының поликлиника мөдире вазифаһын башҡарам. Быға тиклем полиатив ярҙам табибы булып эшләнем.

- Ни өсөн нәҡ табип һөнәрен һайланығыҙ?

- Бәләкәйҙән кешеләргә нисек тә булһа ярҙам итергә теләгем ҙур булды. Шуға ла яҙмышымды кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ, хәстәрлек һәм итәғәтлелек талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләнем. Шөкөр, хыялам тормошҡа ашты.

- Был һөнәр һеҙгә нимәһе менән яҡын?

- Башлыса, һөҙөмтәне күрә белеү оҡшай. Ыңғай баһалама, пацинеттарымдың шатлыҡлы йөҙҙәре - былар барыһы ла минең өсөн ҡиммәт.

- Лилиә Йәлил ҡыҙы, табип һөнәре ҙур яуаплылыҡ талап итә. Эшегеҙҙә ниндәй ауырлыҡтар осрай?

- Теләк булғанда, бар ауырлыҡты лә хәл итеп була.  Сәләмәтлекте бер ниндәй ҙә байлыҡ менән сағыштырып булмай, ул бәхет һәм тулы тормоштоң нигеҙе булып тора. Шуға ла кешеләр сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыуҙа күп нәмә беҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа ла бәйле.

- Ҡайһы уҡыу йортон тамамланығыҙ?

- Мин 4 йыл Салауат медицина колледжында, 6 йыл Башҡорт Дәүләт Медицина университетында һәм 2 йыл ординатурала уҡыным.

- Һеҙҙең һөнәрҙә ниндәй сифаттар кәрәк?

- Иғтибарлыҡ, түҙемлек, яуаплылыҡ, стресты еңә белеү, эшһөйәрлек, һөнәреңде яратыу, етди ҡарар ҡабул итә белеү мөһим.

- Эш көнөгөҙ нисек уҙа?

- Иртән селектор үтә, унда эш көнөнә пландар ҡуйыла. Артабан приказдар менән эш, пациенттарҙы ҡабул итеү, консультациялар, эшләнгән эшкә отчет яһау, документацияларҙы тикшереү һәм башҡалар...

- Һеҙҙең эштә иң ҡыҙыҡлыһы нимә?

- Һәр бер осраҡ та бер-береһенә оҡшамай, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Табип һөнәр түгел, ә тормош рәүеше!

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: