Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2022, 14:00

Һайлаған һөнәренә тоғро табип

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөлә үткәрелгән тантаналы йыйылышта Ишембай балалар дауаханаһы табибы Венер Муса улы ДАУЫТОВҠА “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы тапшырылды.

Һайлаған һөнәренә тоғро табип
Һайлаған һөнәренә тоғро табип

“Табип һөнәре - батырлыҡ, ул күңел таҙалығын һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын талап итә” тигән А.П.Чехов. Тормошта беҙгә ошо изге һөнәр эйәләре менән йыш
осрашырға тура килә. Шуларҙың береһе 37 йыл ғүмерен табип һөнәренә бағышлыған Венер Муса улы Дауытов.

Венер Муса улы Иҫке Ишембайҙа дүрт балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Һигеҙенсе класҡа тиклем ауылда, 9-10 кластарҙа 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Уҡыған осорҙа медбрат булып та эшләп өлгөрә, ә армияла фельдшер булып хеҙмәт итә. Интернатураны тыуған яғында – Ишембай балалар дауаханаһында үтә. Ҡулына диплом алыуға ғаиләле лә булып өлгөрә. Йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Дыуан район дауаханаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. Дауытовтар ғаиләһе өс йыл ошо районда йәшәй. Һуңынан тыуған яҡтарына ҡайталар, Венер Муса улы Ишембай балалар дауаханаһында эшен дауам итә. Иң башта ашығыс ярҙам бүлексәһендә, һуңынан инфекция бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Бер нисә йылдан балалар дауаханаһының интенсив бүлексәһе мөдире
итеп тәғәйенләнә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошонда эшләй.

Көн дә балалар һаулығы һағында торған табип уларҙы дауалау өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Сабырлыҡ, балаларҙы яратыу, ололарға ихтирам – ошо сифаттар уны балаларға ла, ата-әсәләргә лә яҡын итә, ихтирам яулай.

– Педиатр һөнәре яуаплылыҡ, сабырлыҡ талап итә. Тормошон был һөнәр менән бәйләргә теләгән йәштәр иң беренсе үҙҙәре сәләмәт тормош алып барырға һәм дә иң мөһиме – балаларҙы яратырға тейеш. Үҙ эшен яратҡан, эшһөйәр кеше генә педиатр була ала, - ти Венер Муса улы. – Тағы ла табипҡа иғтибарлыҡ, тырышлыҡ һәм тәжрибә тупларға кәрәк. Медицина өлкәһенә әле генә баҫҡан йәштәргә лә шул сифаттарҙы теләйем. Уҡыу йортонда бирелгән белем менән генә туҡталып ҡалмаҫҡа, яңыртылып торған медицина әҙәбиәтен уҡырға кәңәш итәм.

Ғаиләһе менән дә бик бәхетле Венер Муса улы. Тормош иптәше Флүзә Таштимер ҡыҙы менән 35 йыл татыу ғүмер итәләр. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Уларҙың икеһе лә юғары белемгә эйә булған белгестәр. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәл атаһының юлын һайлаған, медицина өлкәһендә эшләй. Бәләкәстәре Айһылыу – инженер, әлегә декрет ялында. Дауытовтар өс ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай һәм өләсәй.

Заманалар алға барыу менән хеҙмәт шарттары ла үҙгәрә, әммә йәмғиәтебеҙҙә тырыш, фиҙаҡәр һәм оҫта хеҙмәткәр төшөнсәһе бер ваҡытта ла юғалмай. Венер Муса улы Дауытов та шундайҙар рәтендә. Уға еңелдән булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ!


Автор фотоһы

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: