Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2022, 12:00

Күсемһеҙ милек хужаларын күләгәнән сығаралар

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Ишембайҙа күсмә коллегия үткәрҙе.

Күсемһеҙ милек хужаларын күләгәнән сығаралар
Күсемһеҙ милек хужаларын күләгәнән сығаралар

Ултырыш ведомствоның ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығы эшенә йомғаҡ яһауға һәм урындағы үҙидара органдары менән эшмәкәрлеген яҡшыртыуға арналды. Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән сарала Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм бүлектәре етәкселәре, шулай уҡ республиканың көньяк муниципалитеттары хакимиәттәренең территориаль бүлектәре хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов сәләмләне. Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең муниципалитет күсемһеҙ милек реестры сифатын күтәреү буйынса республиканың иң яҡшы өс ҡала һәм райондары иҫәбенә инә. Бер йыл элек кенә Ишембай районы буйынса ЕГРНда хужалары билдәле булмаған 10 мең объект тураһында мәғлүмәт бар ине. Әле ул исемлек 39 процентҡа кәмене, 1600-ҙән артыҡ кеше үҙ хоҡуҡтарын теркәне.

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 2022 йылдың алты айы йомғаҡтары буйынса эшмәкәрлеге тураһында идаралыҡ етәксеһе Петр Клец һөйләне. Атап әйткәндә, теркәү эшмәкәрлеге исемлегендә Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән һәм Краснодар крайынан һуң өсөнсө урында тора.

- Ишембай районында эштәр конструктив ҡуйылған, - тине Петр Клец журналистар менән әңгәмәләшкәндә. – Элек хоҡуҡтары иҫәпкә алынғандарҙы теркәү һаны буйынса һеҙҙең муниципалитет Өфөнән һуң 2-се урында тора. Тағы ла ул ер участкаларын файҙаланыуға рөхсәт төрҙәрен асыҡлау буйынса эш 100 процентҡа хәл ителгән Башҡортостандың һигеҙ муниципаль районы иҫәбенә керә.

“ФКП Росреестр” филиалы директоры Рөстәм Ғайсин ЕГНР-ға тораҡ пункттарының һәм территория зоналарының сиктәре хаҡында мәғлүмәт индерелеүсе тураһында хәбәр итте. Быйыл һөҙөмтәне план күрһәткесенә тиклем еткерер өсөн республикала 878 сикте теркәргә кәрәк. Был эштең төп ҡатмарлылығы – сиктәрҙең шәхси ер участкалары менән киҫелеше. Идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов күсемһеҙ милеккә дәүләт хоҡуғын теркәү һәм кадастр иҫәбе хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифаты яҡшырыуы хаҡында һөйләне. Ведомствоның Ишембай районы буйынса бүлеге начальнигы Ирина Пантелеева эште ойоштороу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Сара Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль бүлектәре хеҙмәткәрҙәренә маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырыу менән тамамланды.

Автор:С. КРАСНИЦКИЙ.
Читайте нас: